"Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында бына инде өсөнсө тапҡыр, ә быйыл инде Бөтә Рәсәй кимәлендә "Робобум" фестивале үтте. Был сарала робот техникаһы һәм техник ижадтың дүрт йүнәлеше буйынса бөтәһе 48 йәш инженер - балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар ярышты. Фестивалдә педагогтар һәм килгән ҡунаҡтар: Түбәнге Новгородтың Л.И.Новикова исемендәге 87-се лицей уҡытыусыһы, "Йәш инженер мәктәбе" проекты авторы һәм "Инженер бул" китабы авторы, юғары категориялы технология уҡытыусыһы Татьяна Галатонова, Һамар ҡалаһынан "Светоч" компанияһы вәкиле Вячеслав Островский ҡатнашты.
Был бәйге йәш уйлап табыусыларҙы тағы ла бер тапҡыр берләштерҙе һәм уларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.
Евгений Венидиктов фотолары.