Социаль мөхит, ни өсөн мөһим?
Синыфташтар коллективы йәмғиәттең мини моделе. Унда күҙәтеүселәр, лидерҙар, әүҙем ҡатнашыусылар һәм әлбиттә ситтә тороусылар бар. Уның психологик уңайлылығы баланың ниндәй позицияла тороуына бәйле. Дуҫтарса атмосфера ышаныстың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, стресс кимәлен кәметә һәм хатта уңышҡа йоғонто яһай. Ә инде дошманлыҡ йәки көсөргәнешле хәл киреһенсә борсолоу, бикләнеү һәм мәктәпкә йөрөргә теләмәү теләген тыуҙыра. Синыфтағы мөнәсәбәттәрҙе аңлау бик мөһим. Улар даими үҙгәрә бара һәм һәр бала уларҙың сифатына йоғонто яһай ала.
Аң – аралашыу нигеҙе булараҡ...
Тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәр булдырыр алдынан иң тәүҙә үҙ-үҙеңде аңларға кәрәк. Һинең ниндәй ыңғай яҡтарың бар? Һиңә нимә ҡыҙыҡ? Аңлашылмаусанлыҡ йәки тәнҡитләүгә нисек яуап бирәһең?
Үҙ-үҙен аңлаған кешеләр башҡалар менән еңел аралаша, сөнки башҡаларҙың ролен уйнарға тырышмай. Бынан тыш үҙеңде ҡабул итә белеү мөһим. Әгәр кеше һәр ваҡыт үҙ-үҙенә ышанмай икән, ул йә үҙ-үҙенә бикләнә, йә үҙен тәбиғи булмаған рәүештә тота башлай. Ихлас һәм эске тотороҡлолоҡ һәр ваҡыт кешеләрҙе идеаль булып күренергә тырышыуҙан да нығыраҡ йәлеп итә.
Аралашыу – ул һүҙҙәр генә түгел. Ул һөйләшеүҙән күпкә күберәк. Был – интонация, мимика, ым-ишаралар, ҡараш. Ҡайһы бер кешенең кешегә ҡарата мөнәсәбәте шунда уҡ йөҙөнә сыға, нисек кенә һүҙҙәре дөрөҫ булһа ла, матур итеп һөйләшһә лә тәьҫоратты боҙа. Үҙ тәртибен контролдә тотоу һәм башҡаларҙың һүҙһеҙ сигналдарын аңлау мөһим эш. Әлбиттә, әүҙем тыңлау мөһим. Был тынлыҡ ҡына түгел, ә реаль ҡатнашыу, һорауҙарҙы аныҡлау, реакция, ҡыҙыҡһыныуҙы күрһәтеү. Кеше үҙен тыңлай тип тойһа, уның был кешегә ҡарата ышанысы арта ғына.
Ихтирам һәм сиктәрҙең роле
Сәләмәт мөнәсәбәттәр ихтирамһыҙ мөмкин түгел. Был икенсе кешенең фекере, мәнфәғәттәре, ғәҙәте булыу хоҡуғын таныуҙы аңлата. Барыһы менән дә ризалашырға кәрәкмәй, әммә башҡаларҙың ҡарашын баһаламау мөһим. Шул уҡ ваҡытта шәхси сиктәрҙе булдыра белеү ҙә зарур. Әгәр кемдер мыҫҡыллау, баҫым йәки күңелһеҙ шаяртыуҙарға юл ҡуйһа, тыныс, әммә бындай тәртиптең ҡабул ителмәүен аныҡ билдәләү мөһим. Үҙ-үҙеңде яҡлай белеү конфликтлык билдәһе түгел, ә киреһенсә ул өлгөргәнлекте күрәтә.
Конфликттар: ҡотолғоһоҙлоҡ һәм үҫеш мөмкинлектәре.
Конфликт йыш ҡына кире күренеш тип ҡабул ителә, әммә ысынында был тәбиғи хәл. Төрлө кешеләр булған ерҙә һәр ваҡыт бәхәстәр буласаҡ. Төп һорау уларҙы булдырмау түгел, ә уларҙы нисек хәл итеү тора.
Конструктив ҡараш бер нисә аҙымды үҙ эсенә ала:
– Конфликт сәбәптәрен аңлау;
– Икенсе яҡты тыңлай белеү;
– Ғәйепләүҙәрҙән, мыҫҡыллауҙан баш тартыу;
Ҡайһы берҙә үҙеңдең хатаңды таныу мөһим. Был осраҡ кешене көсһөҙләндермәй, киреһенсә характер көсөн күрһәтә.
Коллективта йыш ҡына баҫым барлыҡҡа килә, төп теләк төркөмдөң «бөтәһе кеүек» булыу өмөтөнә тап килеү. Был осраҡта тышҡы ҡиәфәт, ҡыҙыҡһыныуҙар, тәртип тураһында һүҙ бара. Бындай баҫымға бирелеү, тимәк үҙенең индивидуаллеген юғалтыу тигәнде аңлата. Көслө шәхес – ул һәр ваҡыт бөтә һөжүмдәргә ҡаршы барған кеше түгел, киреһенсә үҙ ҡиммәттәренән сығып ҡарар итә белгән кеше.Тирә-яҡтағыларҙың хөрмәтен күп осраҡта тап ошондай кешеләр уята ла инде.
Инициатива һәм ҡатнашыу
Пассив позиция мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға һирәк ярҙам итә. Коллективтың бер өлөшө булыу өсөн инициатива күрһәтеү, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу, уртаҡ эштәрҙә, заданияларҙа ярҙам итеү, яңы идеялар тәҡдим итеү мөһим булып тора. Хатта бер аҙ әүҙемлек тә тирә-яҡтағыларҙың мөнәсәбәтен үҙгәртә ала. Әммә инициативаны мауығыу менән бутамау мөһим. Башҡаларҙың реакцияһына иғтибар итеү һәм үлсәү тойғоһо балансты һаҡларға ярҙам итә.
Эмпатия – төп күнекмә булараҡ...
Эмпатия – ул башҡа кешенең тойғоларын аңлау һәләте. Ул конфликттарҙан ҡасырға һәм тәрән бәйләнештәр төҙөргә ярҙам итә.Ҡайһы бер яман, насар ғәҙәттәр артында, кешелә арығанлыҡ йә ышанысһыҙлыҡ йәшеренә. Уларҙы ғәйепләү түгел, киреһенсә аңларға тырышыу кешенең төп йүнәлеше.
Оҙайлы перспектива
Мөнәсәбәттәр шунда уҡ барлыҡҡа килмәй. Ышаныс, ихтирам һәм дуҫлыҡ ваҡыт талап итә. Бер-бер артлы булыу мөһим, әгәр һин асыҡлыҡ, ихласлыҡ, изгелек, намыҫлыҡ, дөрөҫлөк тойғоларын күрһәтәһең икән, бөгөн, иртәгә йәки бер аҙнанан был һиңә ҡарата тотороҡло мөнәсәбәт булдыра. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим, бөтә кешеләр ҙә яҡын дуҫтар булып китмәйәсәк һәм был ғәҙәти хәл. Бер-берең менән ихтирамлы һәм тыныс аралашыу булдырыу етә.
Синыфташтар һәм коллектив менән мөнәсәбәттәрҙе төҙөү ҡатмарлы, әммә мөһим процесс, ул ғүмер буйына кешеләр менән аралашыуҙы формалаштыра. Ул аңлы булыуҙы, сабырлыҡ һәм үҙ өҫтөндә эшләргә әҙер булыуҙы талап итә. Ахыр сиктә тап ошондай күнекмәләр кешегә мәктәптә генә түгел, унан ситтә лә һәр социаль мөхиттә үҙен ышаныслы тойорға ярҙам итәсәк.Үҙе тирәләй ихтирам, асыҡлыҡ һәм ярҙам атмосфераһын булдырһа, һәр кеше үҙ именлеген генә түгел, ә коллективтың дөйөм торошона ла өлөш индерә.
Республиканың Психологик педагогик,
медицина һәм социаль ярҙам үҙәге дәүләт бюджет
учреждениеһының Хәйбулла районы филиалының
педагог-психологы Миләүшә Байғужина.