Ауыл уттары
+1 °С
Облачно
Мәғариф
30 Апреля , 10:41

Быйыл кәңәшмә Ишембайҙа үткәрелә

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл кәңәшмә Ишембайҙа үткәреләБыйыл кәңәшмә Ишембайҙа үткәрелә
Быйыл кәңәшмә Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2026 йылда республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһен Ишембай районында уҙғарыу тәҡдимен хупланы. Ул муниципалитет етәкселегенә ҡаланы ошо сараға әҙерләргә ҡушты.

— Шундай традиция бар: уҡытыусылар кәңәшмәһен һеҙҙә үткәрәбеҙ икән, тимәк, ҡала балҡып торорға тейеш, — тип күрһәтмә бирҙе Радий Хәбиров.
Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов билдәләүенсә, районда уҡытыусыларҙың ҙур кәңәшмәһенә әҙерлек башланған. Капиталь ремонтлау федераль программаһы сиктәрендә әлеге ваҡытта районда 4 мәктәптә (икәүһе ауылда һәм икәүһе ҡалала), шулай уҡ Ишембайҙа бер балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә, тип өҫтәне ул.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас