Миләүшә Әмир ҡыҙы Мозафарова юғары категориялы тәрбиәсе, үҙенең 30 йылдан ашыу ғүмерен мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүгә бағышлаған. Үҙ эшенең оҫтаһы, бай педагогик стажлы, тәжрибәле тәрбиәсе кескәйҙәрҙе айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүҙә бар күңелен биреп, эшен яратып башҡара. Ундайҙар хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр, халыҡта. Талантлы педагог бала сағынан уҡ тәрбиәсе булырға хыяллана. Ни өсөн нәҡ был һөнәрҙе һайланығыҙ тигән һорауға минең өсөн кескәйҙәр менән эшләү, улар менән бер тулҡында булыу – күңел торошо, йәшәү рәүеше. Балаларҙың эскерһеҙ ихлас булыуын, күңел сафлығын яратам, – ти тәжрибәле педагог.
М. Ә. Мозафарова тураһында тулы материалды баҫмабыҙҙың 34-сы һанында уҡый алаһығыҙ