+21 °С
Облачно


Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында Белем көнө ойошҡанлы үтте. Гимназистарҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотларға район Советы рәйесе Г.В.Туленков, профсоюз ойошмаһы рәйесе Г.Р. Хажиева килде. Белем усағы директоры В.Ғ.Әбделмәнова уҡытыусыларҙы, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп уңыштар теләне.
Байрам тантанаһы беренсе, урта һәм сығарылыш класы уҡыусыларының шиғырҙары, йыр –бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.