Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ноябрь 2021, 15:50

«Мәҙәни марафон»ға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡушыла ала

Йыл һайын ойошторолған «Мәҙәни марафон» акцияһы 8 ноябрҙән 10 декабргә тиклем үтәсәк. Быйыл ул кино тарихындағы мөһим ваҡиғаға – Рәсәйҙә 125 йыл элек тәүге киносеанс күрһәтелеүенә бағышланасаҡ.

«Мәҙәни марафон»ға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡушыла ала
«Мәҙәни марафон»ға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡушыла ала

Мәктәп уҡыусылары мауыҡтырғыс онлайн-тест башҡарасаҡ, белем усағында өйрәнмәгән сәнғәт менән танышасаҡ. Интерактив эштәр кино нисек ҡоролғанын, беҙҙең уй-хистәр менән режиссёрҙар нисек идара иткәнен, ниндәй алымдар ҡулланғанын аңларға ярҙам итәсәк. Проектты Рәсәйҙең Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, «Яндекс» ойоштора. Әлеге проектҡа ярашлы, уҡыусылар Рәсәйҙең киноиндустрияһының оҫталары менән осрашасаҡ, мәктәптәрендә киноклуб ойоштороп ҡараясаҡ, мини-фильмдар төшөрөүҙә ҡатнашасаҡ.
«Мәҙәни марафон»да ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса http://education.yandex.ru/culture теркәлергә кәрәк. Проектҡа уҡыусылар ҙа, уларҙың атай-әсәйҙәре лә, уҡытыусылар ҙа ҡушыла ала. Тесты үтеү өсөн 15-25 минут ваҡыт талап ителәсәк. Теләгән ваҡытта башларға мөмкин. Ҡатнашыусылар «Яндекс.Станция Лайт аҡыллы колонкаларын да ота ала. Уларҙы 100 уҡытыусы һәм 500 уҡыусы аласаҡ.
Тәүге «Мәҙәни марафон» 2019 йылда үтеп, хәҙерге замандың мәҙәни донъяһына арнала, барлығы 590 уҡыусы һәм 8 меңдән ашыу уҡытыусы ҡатнаша. Уҙған йыл Рәсәй халыҡтар мәҙәниәтенә бағышланып, 860 мең уҡыусы һәм 28 мең уҡытыусы үҙен һынап ҡараған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: