Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2022, 19:24

БӨГӨН ШИҒРИӘТ КӨНӨ

Эйе, кис етеп килгәндә бөгөн ШИҒРИӘТ КӨНӨ икәнлеген белеп ҡалдым. Билдәләп үтмәй булмай бындай байрамды. Шуға ла, тиҙ генә эҙләп таба һалып, үҙем белгән, ихтирам иткән, беҙҙең “Ауыл уттары” аша күтәрелгән, танылыу яулаған үҙебеҙҙең яҙыусы-шағирҙәрҙең шиғырҙарынан ҡоймаҡ ҡойоп ауыҙ иттерергә булдым һеҙгә.

БӨГӨН ШИҒРИӘТ КӨНӨ
БӨГӨН ШИҒРИӘТ КӨНӨ

Әмир МОРАТОВ

ШАҒИРҘАР

Ниҙән ярала шағирҙәр?

Кәкүк моңдарынанмы?

Ләйсән ямғырҙарынанмы,

Шишмә сыңдарынанмы?

Ниҙән ярала шағирҙар?

Ярһыу мөхәббәттәнме?

Күтәрә алмаҫ хәсрәттәнме,

Әрнеүле нәфрәттәнме?

Ниҙә ярала шағирҙар?

Елдәнме, дауылданмы?

Тынмаҫ диңеҙ шауынанмы,

Бөркөт ҡанаттарынанмы?

 

Ниҙән яралһын шағирҙар –

Тыуған ер һуттарынан,

Шифалы һыу-һауаһынан,

Ялҡынлы уттарынан.

Тик – тормай шағирҙән тәне

Ер, һауа, уттан ғына.

Ярала уларҙың йәне

Илһам, таланттан ғына.

Донъяғи килтергән халҡы

Талмаҫ ҡанаттар бирә.

Шағирҙар шунан ярала,

Шағирҙар шунан килә.

*************************

 

Мөслим ӘБСӘЛӘМОВ

МУЗА, МУЗА...

Муза, муза

Ҡайҙан уҙа?

Их, шуны белһәң ине.

Тотоп алып,

Эйәр һалып,

Йәнтәслим елһәң ине.

 

Туҙан туҙа...

Муза, муза,

Һин уҙҙыңмы янымдан?

Күҙем ҡыҙҙы,

Ҡулым һондом –

Тота алманым ялыңдан.

 

Муза, муза!

Ҡайҙан уҙа –

Хәҙер мин беләм инде.

Шуға янмай,,

Ҡарһаланмай,

Йәйәүләп киләм инде.

 

Муза, муза,

Ғүмер уҙа!

Мин беләм –

Һин белмәйһең.

Саҡырһам да,

Аҡырһам да,

Ҡабат инде килмәйһең.

*****************************

 

Фәүзиә ЮЛДАШБАЕВА

ЙЫР ЯҘЫУ

Ҡояһың да шиғырҙарҙы, тиҙәр,

Йырҙар яҙып үтә ғүмерең.

Утыҙҙарҙы уҙҙым инде хәҙер,

Ун һигеҙҙә һаман күңелем.

“Яҙаһыңмы йырҙы ваҡыт күпкә,

Яҙаһыңмы, – тиҙәр, – эш юҡҡа?”

Ҡай берәүҙәр ғәйбәт һөйләп йөрөй,

Хыялый, тип, башҡа һүҙ юҡта.

Эйе, эйе, хыялдарға баймын,

Диңгеҙҙәрҙән тәрән уйҙарым.

Күҙ асып, күҙ йомған араларҙа

Урап сығам айҡап Ер шарын.

Ул хыялдар ҡай саҡ оноттора

Ысынбарлыҡ ниҙә икәнен.

Свәстәремә ҡуныр салдар булып

Һиҙмәй ҡалам килер иртәне.

“эй яҙаһың, – тиҙәр, – шиғырҙарҙы,

Анһаттыр ул, – тиҙәр, – йыр яҙыу”.

Йырҙар яҙыу – бурағналар һалыу,

Утлы уйҙар менән юл ярыу!

****************************

 

Хәйҙәр ТАПАКОВ

ЙӘНҺЕҘ ШИҒЫР УҠЫП ЙӘНЕМ КӨЙҘӨ...

Йәнһеҙ шиғыр уҡып йәнем көйҙө,

Мир күрмәнем шағир күргәнде.

Яндырманы, көйҙөрмәне мине

Йырһыҙ-моңһоҙ һүҙҙәр теҙмәһе.

Ниңә яҙғандар һуң ул шиғырҙы,

Дан өсөнмө, аҡса өсөнмө?

Әллә яҙғандармы йөрөтөр өсөн

Шағир тигән бөйөк исемде?

 

Уҡыным мин кисә шундай шиғыр,

Ялтыр-шыма түгел түгелен.

Тик ниңә һуң ошо шиғыр булып

Йырлап-көйләп йөрөнө күңелем.

Ябай ғына һүҙҙәр тирбәттеләр

Иң нескәһен йөрәк ҡылымдың.

Аңғармаҫтан мин үҙемдә тойҙом

Шағир күңеленең йылыһын.

Бына бөгөн үҙ йырымды яҙам,

Нисек сығыр: яҡшы, яманмы?

Ниндәй һүҙҙәр икән – тылсымлымы,

Әллә ялтырауыҡ, ялғанмы?

Борсолам да, тағы яҙам ҡушып

Шиғырыма йөрәк йылыһын.

Кеше күңеленә көйөк булма,

Дауа бул һин, яҙған шиғырым.

 

 

***************************

 Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА

ҠЫҢҒЫРАУҘАР

Юл ситендә – ҡыңғырауҙар,

таждарында уйнай нурҙар.

 

Алда әле күпме юл бар,

тыуыр әле күпме йырҙар.

 

Ҡыңғырауҙар шиңер микән,

Гүзәл нурҙар һүнер микән?

 

Йыр шишмәһе шиңмәҫ микән,

Һәм юлдарым бөтмәҫ микән?

 

Ҡыңғырауҙар шиңһә-шиңер,

Ҡояш нуры мәңге балҡыр.

 

Йыр шишмәһе кипһә-кибер,

Ә бит юлдар барыбер ҡалыр.

 

Юлдар булһа, йырҙар тыуыр,

Мин булмамын. Килер быуын

 

Юлдар һалыр, йырҙар яҙыр.

Йырҙар ҡалыр, йылдар ҡалыр.

 

*****************

Мотал РӘМОВ

ЙЫРЛАР ИНЕМ

 

Сабырлығың етеп, йөрәк һүҙем

Әҙер булһаң әгәр тыңларға,

Һандуғас та булып талдан-талға

Ҡунып һайрар инем таңдарҙа.

 

Йырлар инем керһеҙ мөхәббәткә

Тоғролоҡҡа оло мәдхиә.

Мөхәббәткә батша ғына түгел,

Аллалар ҙа хатта баш эйә.

 

Бәйән итер инем саф һөйөүҙең

Теҙләндерер сихри ҡөҙрәтен,

Ғашиҡ йәндәр генә илһамланып

Арттырыуын илдең ҡеүәтен.

 

Йырҙарымдан урын алыр ине

Һиңә булған ҡайнар хистәрем.

Күкрәгемде йыртып, йөрәгемде

Бирер инем, етһә көстәрем.

 

Эйе, һары таңда һары талға ҡунып,

Мин әҙермен мәңге һайрарға.

Тик һин генә аңла һөйөүемде

Һәм иренмә йырым тыңларға.

 

Фото: batyuk.ru

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: