Мәшғүллек
27 Февраля 2025, 11:41

Айзада адреслы социаль ярҙамды ҡулланған

Район халыҡ мәшғүллеге үҙәге тарафынан билдәләнгән социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды файҙаланып күп кенә кеше үҙ эшен аса ала.Юлдыбай ауылында йәшәүсе Айзада Низамова ла ошо программаны ҡулланып үҙе асҡан эше буйынса килем күләмен арттырған, шулай уҡ уның ярҙамы менән фотосалонын йыһазландырыуға өлгәшкән.

Айзада адреслы социаль ярҙамды ҡулланғанАйзада адреслы социаль ярҙамды ҡулланған
Айзада адреслы социаль ярҙамды ҡулланған

Район халыҡ мәшғүллеге үҙәге тарафынан билдәләнгән социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды файҙаланып күп кенә кеше үҙ эшен аса ала.
Юлдыбай ауылында йәшәүсе Айзада Низамова ла ошо программаны ҡулланып үҙе асҡан эше буйынса килем күләмен арттырған, шулай уҡ уның ярҙамы менән фотосалонын йыһазландырыуға өлгәшкән.


Бындай социаль ярҙам аҙ тәъмин ителгән граждандар өсөн булдырылған иң популяр ярҙам төрөнөң береһе. Ул даими эш урыны булдырырға һәм бизнес менән шөғөлләнергә теләгән граждандарға түләү булып тора. Был тотороҡло килем алыуға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген киңәйтергә мөмкинлек бирә.


– Фотосалонымды 2023 йылдың декабрендә астым. Уға тиклем магазинда һатыусы булып эшләнем. Салонды асыу идеяһы шул уҡ йылдың сентябрь айында үҙемдең юбилейыма бүләк ителгән профессионал фотоаппараттан башланып китте тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Хәҙерге заманда күберәк кеҫә телефондары менән ҡулланыу сәбәпле, бүләгем «эшһеҙ» ята ине. Ныҡлы уйлағандан һуң компьютер баҫмалары, ксерокопия, документтар өсөн махсуслаштырылған фотолар һәм бөгөн бик кәрәк булған башҡа төрлө хеҙмәттәр менән ҡулланырлыҡ итеп фотосалон асырға булдым. Ярты йыл дауамында эшләгәндән һуң танышымдан социаль контракт (АСПК) нигеҙендә адреслы ярҙам алырға була икәнен ишеттем, йәһәт кенә документтар йыйып ғариза бирҙем. Ярҙам йөҙөнән миңә 350 мең һум аҡса бирҙеләр һәм ошо сумма минең салонымдың эшен йәнләндерергә ҙур ярҙам булды. Уны фотоһүрәттәр сығарыу өсөн ҙур форматтағы принтер, компьютер һәм мебелдәр менән тулыландырҙым. Форсаттан файҙаланып Республика етәкселегенә һәм был эштә миңә ярҙам күрһәткән барыһына ла рәхмәтемде белдерәм, – ти Айзада Низамова.
Районыбыҙ йәштәре бик әүҙем. Ҙур теләк менән тотонған һәр эшенә яуаплы ҡарай улар. Ә районда кәрәкле һәм файҙалы булған эштәр асырға теләүсе йәштәребеҙгә бына ошондай ярҙамдарҙы ҡулланырға мөмкин.


Ә бына Юлдыбай һәм уның яҡын тирәһендә урынлашҡан ауылдарҙы хеҙмәтләндергән Айзаданың бизнес нөктәһенә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Фото ғаилә архивынан алынды.

 

Белешмә:

Ауылдарҙа йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү саралары тураһында:
– Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән кешеләргә ярҙам итеү программаһы – социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам итеү эшләй. Унда эш эҙләгән кешеләр ҡатнаша ала. Улар ай һайын өҫтәмә 10 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Үҙ эшен асырға планлаштырғандар бер тапҡыр 250 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. 2021 йылдан шәхси хужалығын үҫтерергә теләгәндәргә 100 мең һумға тиклем аҡса бүләбеҙ. Һуңғы ҡарарҙы йәшәгән урыны буйынса муниципалитеттағы комиссия ҡабул итә, – тине БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова:
Йыл һайын республикала ошондай биш мең контракт төҙөйҙәр.
Социаль контракт – ул ярҙам күрһәтеү тураһында килешеү, уны аҙ тәьмин ителгән гражданин йәки социаль яҡлау органы булған ғаилә төҙөй. Маҡсаты – ғаиләлә тотороҡло килем сығанағы булдырыу.
Уларҙың иң кәрәкле йүнәлештәренең береһе, мохтажлыҡ кисергән граждандар социаль контракт төҙөп, шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтерә ала. Баҡсасылыҡ (үҫентеләр һәм йәшелсәләр үҫтереү), ваҡ һәм эре мөгөҙлө мал, йорт ҡош-ҡорто үрсетеү өсөн һум аҡса бүленә.
Шәхси (ярҙамсы) хужалыҡ алып барыу өсөн программала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар ҡатнаша ала. Уларҙың йән башына уртаса килеме халыҡтың тейешле социаль-демографик төркөмдәре өсөн Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк булырға тейеш.
Килемде иҫәпләү ҡағиҙәләре: әйләнеш айы алдынан һуңғы өс айҙа ғаилә ағзаларының килеме иҫәпкә алына. Сумманы өс айға, һуңынан ғаилә ағзаларының һанына бүлергә кәрәк. Йән башына уртаса килем килеп сыға.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү планында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа сығымдар сметаһы күләмендә бер тапҡыр түләнә. Был йүнәлеш сиктәрендә 200000 һумдан артмаған күләмдә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡарала.


Үҙ ярҙамсы хужалығын үҫтереүгә соцконтракт шарттары:
үҙмәшғүл булараҡ теркәлергә кәрәк;
йүнәлеше – йорт хайуандарын, ҡош-ҡорттар, бал ҡорттарын һәм башҡаларҙы үрсетеү, йәшелсә үҫтереү;
түләүҙең бер өлөшөн инструменттарға, мал аҙығына, орлоҡтар, ашламаларға һәм башҡаларға тотонорға мөмкин;
ғариза биреүсенең (ғаилә ағзаларының) милек хоҡуғы, ҡуртым килешеүе йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән башҡа законлы нигеҙ һөҙөмтәһендә ер участкаһы файҙаланыуҙа булырға тейеш.
Социаль контракттың ғәмәлдә булыу ваҡыты 12 айҙан кәм түгел. АСПК алыу өсөн ғаризаны һәм документтарҙы халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә һәм күп функциялы үҙәктә тапшырырға була. Ғаризалар халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең урындарҙағы филиалдары тарафынан тикшерелеп, ыңғай баһа алғандан һуң, контракт төҙөлә.
Шулай уҡ сығымдар тураһында отчет биреү мөһим! Граждандар адреслы ярҙамды маҡсатлы файҙаланғанмы — артабан тикшерелә, йәғни улар БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан раҫланған тәртиптә һәм арауыҡта социаль программа нисек үтәлеүе, аҡсаны нимәләргә сарыф итеүе хаҡында отчет яһай.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам дәүләт программаһы ул үҙ эшенә старт алырға, эшһеҙлектән арынырға, халыҡтың һорауҙарын ҡәнәғәтләндерергә һәм килем алырға мөмкинлек бирә.

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас