Тағы ла, призыбыҙ икәү! Тимәк, бер юлы ике даланлы яҙылыусыбыҙҙы билдәләйәсәкбеҙ. Акцияла ҡатнашыу шарттары үтә ябай: район гәзитенә 6 айға яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға алып килеп теркәтергә кәрәк. Йылайырға юлығыҙ төшмәй торһа, хат менән дә ебәрә алаһығыҙ. Еңеүселәр май байрамдарынан һуң билдәләнәсәк.
Әйткәндәй, был матур приздарҙы беҙгә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Ейәнсура районы Сирғол ауылының аҫыл ир-уҙамандарының береһе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Рафиҡ ағай Ноғоманов алып бирҙе. Умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн Рафиҡ Ғүмәр улының исеме бик яҡшы таныш. Тап ошо йүнәлештә ике китап авторы ул.
Республиканың күп кенә гәзит-журналдары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе, уларға даими рәүештә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеүе менән дә ихтирам ҡаҙанған ул. Кемгә бал, кемгә ҡиммәтле бүләктәр, бәғзеләргә подписка – Рафиҡ ағайҙың йомартлығына һәм асыҡ күңеллелегенә афарин тип әйтергә генә ҡала. Ҡылған изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын!
Ҡәҙерле дуҫтар! Акцияла әүҙем ҡатнашығыҙ, гәзиткә яҙылыу эшен оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!
Киләһе ярты йыллыҡта ла «Ауыл уттары» гәзите үҙҙәренең тоғро дуҫтарын юғалтмаҫ һәм уларҙың һаны тағы ла артыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Мөхәрририәт.