Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2025, 14:05

Бүләккә – сәйнүк

Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә «Ауыл уттары»на яҙылырға ашығығыҙ!

Бүләккә – сәйнүк
Бүләккә – сәйнүк

Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы! Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә «Ауыл уттары»на яҙылырға ашығығыҙ!


Һуңғы йылдарҙа район гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу матур йолаға әүерелде. Был йоланы дауам итеп редакциябыҙ тағы ла квитанциялар тупланмаһын йыя. Эйе, был отошта ла гәзитебеҙгә яҙылған һәр райондашыбыҙ ҡатнаша ала һәм Рафиҡ Ноғоманов алып биргән бүләк – сәйнүкте отоп уны сәйгә саҡыра ала. Сәйнүктәр алтау, тимәк еңеүселәр ҙә алтау буласаҡ. Шулай уҡ бағымсынан иҫтәлеккә ике китап та әҙерләнек.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ! 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына районкабыҙға яҙылығыҙ. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!


Мөхәрририәт.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас