Уҡыу эмпатияны үҫтерә. Кеше китап уҡығанда, сюжетҡа ышана һәм үҙен персонаждар менән бәйләй, уларҙың уй-кисерештәре, хис-тойғолары менән йәшәй башлай. Һөҙөмтәлә уға ысын тормошта мөнәсәбәттәр булдырыу еңелерәккә тура килә.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыу карьера баҫҡысы буйынса күтәрелергә ярҙам итә. Сөнки аҡыллы һәм белемле кешеләр бик айырылап тора.
Китап һөйөүселәр тиҙерәк һәм нығыраҡ йоҡлай.
Библиотерапия тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уҡыу хәүеф, стресс кимәлен кәметә һәм психик һаулыҡты һаҡлай.
Китаптарға һөйөү мейе ҡартайыуын тотҡарлай. Ғүмер буйы уҡыған кешеләрҙә, оло йәштә, когнитив һәләттәр юғарыраҡ. Улар интеллектуаль бурыстарҙы яҡшыраҡ үтәй.
Минең өсөн ҡартлыҡта үҙ аҡылымда булыу мөһим. Был минең шәхси мотивациям», - тип уртаҡлашты Татьяна Фролова.