-18 °С
Болотло
26 йыл ғүмерен мал табибы булып эшләгән уҡыусыбыҙ хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Ә инде республика, район яңылыҡтары менән мотлаҡ “Ауыл уттары” гәзите аша танышып бара, беҙҙең төрлө лотерея-уйындарҙа ихлас ҡатнаша. Бына әле яңыраҡ ҡына Рауил Әмерхан улы беҙҙән “История башкирских родов. Усерган” китабының беренсе томын отоп ҡыуанды. Тәғәйен бүләген ул редакциянан үҙе килеп алды. Беҙгә ул аҙна һайын инеп сыға, сөнки гәзиткә йыл да үҙең килеп алыу ысулы менән яҙыла.
– Был, беренсенән, осһоҙораҡ, икенсенән, даими рәүештә хәрәкәттә булыу һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, – ти Рауил ағай.