Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Март , 09:08

Яңы маҡсаттар билдәләнде

Башҡортостан хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге иң күп уҡыусы төбәктәрҙең береһе һанала: республикала сифатлы, йөкмәткеле баҫмалар нәшер ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙгә, республика һәм район гәзит-журналдарына, тираж йыйыу ауырайғандан-ауырая. БР Матбуғат агентлығы, редакциялар был йәһәттән ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләһә лә, һөҙөмтәләр ҡыуандырмай. Интернеттың йылдам үҫешеүе, баҙар мөнәсәбәттәре, гәзит-журналдарға хаҡтың артыуы ғына ошо хәлгә килтерҙеме, әллә, тышҡы сәбәптәрҙән тыш, эске сәбәп тә бармы? Ғөмүмән, бөгөн республика баҫмалары, анығыраҡ әйткәндә, район гәзите ниндәй хәлдә, нисек көн күрә? Ошо һәм бүтән көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү маҡсатында үҙәк район китапханаһында Йылайыр беренсел журналистар ойошмаһының сираттағы ултырышы үтте. 

Яңы маҡсаттар билдәләнде
Яңы маҡсаттар билдәләнде

Йыйылышты асып, уның рәйесе Ильяс Такалов 2025 йылда башҡарылған эштәр тураһында тулы отчет бирҙе, алға аныҡ маҡсаттар билдәләне. Әйткәндәй, былтыр беҙҙең районда журналистар ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә теүәл 55 йыл тулды, быйыл иһә декабрҙә район гәзитенең тәүге һаны донъя күреүгә 95 йыл туласаҡ. Юбилей даталарын дауам итеп, 15 мартта тағы ла бер мөһим ваҡиғаны билдәләнек: фронтовик яҙыусы, уҡытыусы, журналист Әмир Моратовтың тыуыуына 100 йыл тулды.

Ошо уңайҙан район китапханаһында яҡташ әҙиптең нәшер ителгән китаптарынан, төрлө йылдарҙа уның үҙе тураһында баҫылған мәҡәләләләрҙән торған күргәҙмә әҙерләнгәйне. Ә китапханасы Нурия Намазова Әмир Фәттәх улының тормош һәм ижад юлына бағышланған доклад менән сығыш яһаны. Түңәрәк өҫтәл барышында хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваны “Бәхет өсөн генә килгәнмен” тип исемләнгән яңы китабы донъя күреүе менән тәбрикләнек. Осрашыу һуңында шулай уҡ иң әүҙем журналистарҙы төрлө дәрәжәләге маҡтау грамоталары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Бөгөндән, йәғни 1 апрелдән 2026 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды. Подписка бөтә почта бүлексәләрендә һәм редакцияның үҙендә ҡабул ителә.


Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ дуҫтар!

Розалия ТАКАЛОВА фотолары.

Яңы маҡсаттар билдәләнде
Яңы маҡсаттар билдәләнде
Яңы маҡсаттар билдәләнде
Яңы маҡсаттар билдәләнде
Автор: Зубаржат Гидиатова
Читайте нас