Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ашҡаҙарҙа бар шундай әсә...

Әсәй ул – изгелек тә, матурлыҡ та, шәфҡәтлек сағылышы ла. Кем беҙҙе яғымлы ла, моңһоу ҙа ҡараштары менән оҙатып ҡала, кем уңыштарыбыҙға һөйөнә, кем беҙҙе бары тик бар булғаныбыҙ өсөн ярата? Әлбиттә, әсәй... Ул һәр ваҡытта ла яғымлы күҙ ҡараштары менән иркәләй. Кәрәк саҡта үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, фәһемле кәңәштәрен бирә.

Ашҡаҙарҙа бар шундай әсә...
Ашҡаҙарҙа бар шундай әсә...

Ашҡаҙар ауылында ғүмер кисереүсе Разия Фәрит ҡыҙы Солтанғужинаға ошо сифаттарҙың барыһы ла хас.

Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫеп, буй еткергән матур ҡыҙ Ашҡаҙар егете Илдар Ғәзизйән улы Солтанғужинға кейәүгә сыға. Йәштәр тырышып донъя көтә башлайҙар, йорт төҙөп сығалар, береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙға һәм ике улға тормош бүләк итәләр. Иң өлкән ҡыҙҙары Гөлгөнә уҡытыусы һөнәрен һайлаған, тормош иптәше менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Гөлнәзирә Мәскәү ҡалаһында төпләнеп, уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе Илнара Башҡорт дәүләт университетының икенсе курсында тырышып белем ала. Салауат исемле улдары Аҡъяр тау колледжында, иң бәләкәйҙәре Айнур Һабыр урта мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр.
Солтанғужиндарҙың татыу ғаиләһендә тәрбиә алған балалар аҡыллы, эшһөйәр һәм изгелекле булып үҫкәндәр. Йорт-ҡура хәстәрҙәренең барыһын да белеп, бөтә эште еренә еткереп башҡарырға өйрәнгәндәр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөүҙә, баҡса үҫтереүҙә бар көстәрен һалып ярҙам итә улар.

Аяуһыҙ ҙа тормош тигәндәре... Бынан бер нисә йыл элек Солтанғужиндарҙың ғаиләһенә оло юғалтыу килә. Разия апайҙың тормош иптәше, балаларының ғәзиз атайҙары Илдар ағай мәрхүм булып ҡала. Балаларының таянысы, уларҙың йыуанысы әсәгә был ҡайғынан арынырға ярҙам итә.
Балаларым булыуы менән бәхетлемен. Улар мине яңғыҙ итмәйҙәр. Һәр ваҡыт янымда була алмаһалар ҙа, мөмкинселек сыҡҡан һайын ҡайтып торалар, шылтыратып хәлемде белешәләр. Көсөбөҙҙән килгәнсә уларға белем, тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Аллаһы Тәғәлә ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙенең мәрхәмәтенән айырмаһын. Шөкөр, бер-береһе өсөн йән атып, ярҙам итешеп, аралашып йәшәйҙәр. Малайҙарыбыҙҙы атайҙары иҫән саҡта барлыҡ эштәргә лә өйрәтте, техникала ла йөрөй беләләр. “Әсәй, нимә эшләшергә кәрәк”, – тип өҙөлөп тора балаҡайҙарым, рәхмәт инде. Ике улыбыҙҙы бәләкәй генә саҡтарында уллыҡҡа алдыҡ. Шул көндән алып улар беҙҙең балаларыбыҙ, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, нәҫелебеҙҙе дауам итеүселәребеҙ, – тип хистәргә бирелә мәҡәләм геройы.
Бына ниндәй оло йөрәкле кешеләр бар беҙҙең районыбыҙҙа!

Эйе, һәр бала ғаилә наҙына һөйөнөп, ата-әсә ҡосағында үҫергә тейеш тигән берҙәм фекерҙәге оло йөрәкле Солтанғужиндар ҡасандыр был яуаплы аҙымға барғандары өсөн бер ҡасан да үкенеү тойғоһо кисермәй.
Эшһөйәрлеге менән алдырған Разия Фәрит ҡыҙы бөгөн дә матур итеп донъя көтә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, күпләп мал көтә. Бер һүҙ менән, ауылда эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Мал ағын эш итеп, бар хәленсә балаларына ярҙам итеп йәшәргә ынтыла.
Хәҙер инде үҙенән аша ҡарап торған ҡарағайҙай улдарына, тормошта үҙ урынын тапҡан матур ҡыҙҙарына һөйөнөп туя алмай Разия Фәрит ҡыҙы.

Күптәр күп балалы әсә булыу ауыр тип уйлай, сөнки мәшәҡәттәр һәм финанс сығымдар бер нисә тапҡырға арта... Ә бына ишле ғаилә вәкилдәре, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереү күпкә еңелерәк, ә ҙур, татыу ғаиләләге һөйөү һәм бәхет бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй. Күп балалы әсә булыу – оло бәхет тигән фекер менән тулыһынса килешкән мәҡәләбеҙ героиняһы үҙенең матур өлгөһөндә был хәҡиҡәтте раҫлай.
Бәхетле әсә ул Разия апай! Киләсәктә лә балаларығыҙҙың хәстәрен тойоп, уларҙың бәхетле киләсәген күреп, бергә-бергә йәшәргә насип булһын һеҙгә!

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: