Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар бәхет серен белә

Һәр ауылда уңған ғаиләләр бар, улар үҙҙәренең матур итеп донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра.

Улар бәхет серен белә
Улар бәхет серен белә

Гүзәлиә Фанияз ҡыҙы менән Руслан Булат улы Исҡужиндар үҙҙәренең күркәм көнитмеше менән тыуған төбәген нурлы-ҡотло иткән, үҙ көстәре менән лайыҡлы донъя көткән, матур балалар үҫтергән, ауылға йәм һәм йән өргән Япарһаҙ ауылының һоҡланғыс парҙарының береһе.
Гүзәлиә ханым Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында күп балалы ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. Ауылда туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. Һуңғы курста уҡып йөрөгән сағында ул ғүмерлек йәрен осрата. Буласаҡ кәләше кеүек ишле ғаиләлә үҫкән Йылайыр егете Руслан Хабаровск яҡтарында хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, Салауат ҡалаһында эшләп йөрөгән була.
Бер аҙ ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң ике йәш йөрәк бер-береһенә мәңге терәк-таяныс булып йәшәргә анттар биреп, ғаилә ҡороп ебәрә. Исҡужиндар Салауат ҡалаһында йәшәй башлай. Тырыш ҡыҙ ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә, ә хеҙмәт юлын ошондағы 17-се мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай.
Ғаилә тормошон йәмләндереп тәүге мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары Рәзилә, һуңынан улдары Илназ тыуа. Бар тырышлыҡтарын һалып, ҡала мөхитен үҙ итеп йәшәй генә башлаған ваҡытта, ғаилә башлығының эш урыны ябыла. Йәштәр Япарһаҙға күсеп ҡайтырға ҡарар итә.


Тормошта ҡалҡан булырлыҡ, фәһемле кәңәштәре менән ярҙам итерлек ата-әсәйең булыуы оло ҡыуаныс икәне барыбыҙға ла билдәле. Бына ошондай ныҡлы терәкте Исҡужиндар нәҡ ауылға, атай йортона ҡайтҡас ныҡлы тойғандарҙыр. Сөнки Гүзәлиә өсөн яҡшы ҡайны-ҡәйнә, балалары өсөн изгелекле ҡартатай-ҡәртәсәй, ә Руслан өсөн һәр ваҡыт таяныс булған ата-әсәһе, йәш ғаиләне ихлас ҡабул итеп, үҙҙәренә һыйындыра. “Беҙҙең оло терәгебеҙ, балаларҙы ла ҡарашыусы, уларға тәрбиә биреүҙә лә күп өлөш индереүселәребеҙ,”– ти улар хаҡында балалары. Ғөмүмән, ике өйҙөң дә эштәрен бергә башҡарып, татыулыҡта, муллыҡта йәшәй башлайҙар. Күпмелер ваҡыт яҡын кешеләре менән бергә торғандан һуң, йәтеш кенә өй һатып алып, айырым күсеп сығалар.
Япарһаҙ ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә төшкән Гүзәлиә Фанияз ҡыҙын бында ҡушҡуллап ҡабул итәләр. Бар тырышлығын һалып балаларға белем биргән йәш педагог тиҙ арала үҙ кеше булып китә. Руслан Булат улы башта вахта ысулы менән эшкә йөрөй. Унан инде уның ярҙамына, иғтибарына көн дә мохтаж булған яҡындарын оҙаҡҡа ҡалдырып киткеһе килмәгән ғаилә башлығы ауылға ҡайтырға була.
Ауыл ерендә йәшәгән эшһөйәр ир-егеттәр өсөн эшһеҙ ятыу бер ҙә килешмәүен аңлаған Руслан юғалып ҡалмай, ҡура тултырып һыйыр, йылҡы малы һәм ҡош-ҡорт алып үрсетә башлай.

Ғаилә ныҡлығын, уның мөхәббәтле булыуын тағы ла дәлилләп, Исҡужиндарҙың бер-бер артлы ҡыҙҙары Зилиә һәм Вилиә, кинйә улдары Ильяс донъяға килә.
2019 йылда татыу ғаилә Дәүләт ярҙамы ала, уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында сертификат тапшырыла. Мал һатып, ошо сертификатты ҡулланып улар мансардалы күркәм йорт һалып инеүгә өлгәшә.
Бөгөнгө тормошо менән ҡәнәғәт булған мәҡәләм геройҙары шул тиклем алсаҡ йөҙлө, итәғәтле һәм булдыҡлы булыуҙары менән һоҡландыра. Баҡса тултырып йәшелсә үҫтерһендәрме, ишле итеп мал көтһөндәрме – барыһы ла ҡулдарынан килә. Йорт-ҡуралары төҙөк, ҡунаҡсыл хужаларҙың өй ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Балаларын да үҙҙәренең өлгөһөндә игелекле, изгелекле һәм тырыш итеп тәрбиәләргә тырыша улар. Йорт мәшәҡәттәрен дә гел генә бергәләп башҡара Исҡужиндар. Һәр мәсьәләне уртаға һалып, уртаҡ фекергә килеп хәл итергә өйрәнгән улар.
Үҙҙәре өсөн файҙалы ялдар ойошторорға ла ярата икән Исҡужиндар, һәр байрамды ғаиләләре менән ҡаршылайҙар. Ҡунаҡ саҡырыу, төрлө өмәләр булһынмы, уларҙың мөһим бер шарты бар – табындар мотлаҡ айыҡ үтә!


Исҡужиндарҙың өлкән ҡыҙҙары Рәзилә Матрай урта мәктәбенең ун беренсе, Илназ һигеҙенсе класында белем ала. Уҡыу яғынан да, төрлө сараларҙа ла әүҙем булған уҡыусылар төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа бик теләп ҡатнаша. Рәзилә быйыл Өфө ҡалаһында үткәрелгән башҡорт теле буйынса Төбәк-ара олимпиадала үҙ көсөн һынап ҡараған. Илназ робототехника менән ихлас ҡыҙыҡһына. Япарһаҙ башланғыс мәктәбенең икенсе класында белем алып йөрөүсе Зилиә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, ата-әсәһен ҡыуандыра. Ә кескәй Вилиә менән Ильяс әлегә балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнә йөрөй.

Ғаилә... Шундай изге, тәрән мәғәнәле, бөйөк һүҙ! Һәр кем уны үҙенсә аңлай. Ә минеңсә, ғаилә – ул ир һәм ҡатын ҡорған бәләкәй донъя. Ул мөхәббәттән, һөйөүгә сорналып, ҡанатланып йөрөгән мәлдәрҙән, тормош ауырлыҡтарын бергә-бергә еңеүҙәрҙән тора. Биш бала тәрбиәләгән Исҡужиндарҙың бәхетле йәшәү сере лә тап ошолай ябай ғына. Кем әйтмешләй, ябайлыҡта – бөйөклөк.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: