Матур ғаилә – ил күрке
2 Октября 2024, 06:18

Уңған ғаилә шундай була

Ер йөҙөндә һәр кеше парлы итеп яратыла, миллиондар араһынан үҙеңдең тиңеңде һайлап, таба белергә генә кәрәк... Тормош ҡанундарын барлаһаң әллә күпме төрлө танышыуҙар аша матур ғаиләләр барлыҡҡа килеүен иҫбатларға мөмкин. Ә бына Хамматовтар ғаиләһенең танышып, йөрәктәрендә мөхәббәт уттары ҡабыҙыу тарихына яҡын дуҫтары сәбәпсе була, сөнки матур пар нәҡ уларҙың туй мәжлесендә шаһит ролен башҡарған ваҡытта танышып китә һәм теүәл бер йылдан үҙҙәре өйләнешеп ҡуя.

Уңған ғаилә шундай булаУңған ғаилә шундай була
Уңған ғаилә шундай була

Бөгөнгө көндә Юлдыбай ауылында ғүмер кисереүсе Луиза менән Рәсүл Хамматовтар ауылдың иң уңған һәм өлгө алырлыҡ ғаиләләренең береһе һанала. Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуып үҫкән Луиза ғаиләлә уртансы бала булып донъяға килә. Тормош иптәше Рәсүл Юлдыбай егете, ишле булған биш балалы ғаиләлә буй еткерә.
Баласаҡтан ауылда йәшәп, ундағы хеҙмәткә өйрәнгән йәштәр өйләнешкәс тә ауылда ҡалырға тигән ҡарарға килә. Туғыҙ йылға яҡын ата-әсә, ҡайны-ҡәйнә менән йәшәгәндән һуң йәштәр үҙҙәре йорт төҙөп инергә ҡарар итә. Әле барған төҙөлөш эштәренә улар бар тырышлыҡтарын, бар көстәрен һала.


Луиза Камил ҡыҙы һөнәре менән педагог, ул Сибай педагогия колледжының музыка бүлеген тамамлағандан һуң ситтән тороп юғары белемгә лә эйә булып өлгөргән. Тормошҡа сыҡҡас Юлдыбай агроинженерия колледжында һигеҙ йыл дауамында китапхана мөдире булып эшләргә насип була уға. Һуңынан шул уҡ уҡыу йортонда секретарь булып хеҙмәт итә, был өлкәлә ун дүрт йыл эшләгәндән һуң был эшен ташларға ҡарар итә. Сөнки тап шул ваҡыттарҙа Хамматовтар үҙ эштәрен асырға тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай ҙа тынғыһыҙ Луизаның бер ҙә эшһеҙ ултырғыһы килмәй һәм ауыл мәҙәниәт клубына эшкә саҡырыуҙарын белгәс, тормош иптәше менән кәңәшләшкәндән һуң, художество етәксеһе булып эшкә урынлаша. Бына инде ике йылға яҡын ул мәҙәниәт хеҙмәткәре булараҡ эштәр алып бара. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Сәхнә биҙәге булған Луизаһыҙ бер байрам сараһы ла үтмәйҙер ул. Бейеүгә маһир булған ҡатын ойоштороу һәләтен дә үҙ иткән. Нәҡ ошондай әүҙем дә, тырыш та ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанға күрә һаҡланып ҡала ла инде мәҙәниәтебеҙ, тип уйлап ҡуям хатта. Ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә булдырылған бейеү ансамблендә лә ҡатнаша ул. Республикала үткән «Байыҡ» бейеү конкурсында ла был коллектив бына инде нисә йыл рәттән тик алдынғы урындарҙы алып килә. Шулай уҡ Юлдыбай мәҙәниәт усағы булдырған театр төркөмөндә лә шөғөлләнә. Театрлаштырылған төрлө спектаклдәрҙә ҡатнашып, оҫталығын күрһәтә. Шулай булмай ни, ижади ғаиләлә тәрбиә алған бит ул, Луизаның әсәһе Бөрйән районында билдәле булған «Элгеләү» фольклор ансамбле ағзаһы, уның режиссеры, сценарисы тиһәк тә хата булмаҫ. Ә бына бер туған ағаһы профессиональ бейеүсе булһа, ҡустыһы ла бейеү нескәлектәрен бик ярата.
Бына инде бер нисә йыл рәттән йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсүл Әмир улы иһә Юлдыбай һөнәрселек училищеһында белем алған. Тәүҙәрәк ул мәктәп коллективында водитель булып эш башлай. Һуңынан инде Себер «һурпаһын» да татып ҡарарға тура килә уға, унан ҡайтҡас урман менән булыша, таҡта бысыу эштәрендә лә үҙен һанап ҡарай. Шулай уҡ ғаилә башлығы спорт менән дә мауыға, буш ваҡыттарында волейбол менән шөғөлләнә, ветерандар командаһының алыштырғыһыҙ уйынсыһы ул. Ауыл биләмәһе тормошонда һәр ваҡыт әүҙем булған Рәсүл Әмир улы бына инде бер нисә йыл дауамында округ депутаты итеп тә һайланған.
Бынан дүрт йыл элек Хамматовтар шәхси эшҡыуарлыҡтарын асып ебәрә һәм Рәсүлдең баласаҡтан килгән ҙур хыялын тормошҡа ашырып йылҡысылыҡ менән ныҡлы булышырға тип маҡсат ҡуялар. Йәштәрҙең йорт хужалығында бик күп йылҡы малы, һыйыр малдары, ҡош-ҡорттары ла бар. Баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр.
Ә иң мөһиме, һәр кемдең дә ҡулынан килмәгән, мәшәҡәттәргә лә «бай» булған ҡымыҙ етештереү менән булыша Хамматовтар. Эйе, ҡура тултырып мал көткән был ғаилә быйыл, мәҫәлән, бөттәһе утыҙға яҡын бейә һауған һәм көнөнә 100 литр тирәһе ҡымыҙ етештереүгә ирешкән. Тәмле итеп әҙерләнгән милли эсемлекте кемдәрҙер өйҙәренән үк килеп алһа, Юлдыбай ауылындағы Рәхмәтуллиндарҙың һатыу нөктәһенә лә ҡуйып килем ала Хамматовтар.
Райондарға сығып, Республика кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашҡан Хамматовтар бына инде бер нисә йыл дауамында «Башҡорт аты» фестивалендә үткән күргәҙмәлә ҡатнаша. Быйылғы йәйҙә Өфө ҡалаһында ойошторолған «Ҡымыҙсылар» фестивалендә ҡатнашып «Милли аш-һыуҙы оригиналь әҙерләүсе» номинацияһында еңеп сыҡҡан улар.
Эшҡыуарлыҡтың һәр мәшәҡәтен татып ҡараған кеше генә уның ниндәй ауыр булыуын аңлайҙыр. Әле бесән мәшәҡәттәре менән мәшғүл булған Хамматовтар көткән малдарының имен ҡышлауын һәм киләһе миҙгелдәргә тағы ла ишәйеп тороуҙарын теләй һәм быларҙың барыһы өсөн дә тырышып донъя көтә.
2007 йылда өйләнешкән Рәсүл һәм Луиза бер ул – Ғәзинурға ғүмер бүләк иткән. Быйыл беренсе класҡа уҡырға барған улдары балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ ата-әсәһе кеүек әүҙемлеге менән айырылып тора. Әллә күпме бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай, йырларға ла ярата икән. Районда, зона-ара ярыштарҙа ла ҡатнашып килә ул. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса ла районда Гран-при, зона бәйгеһендә өсөнсө, республика кимәлендә өсөнсө урындар алған ул. Республикала үткән «Мин эҙләнеүсе» конкурсында беренсе урын алып ҡыуанһа, Сочи ҡалаһына барып Бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостан намыҫын яҡлап беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Әле белем иленә сәйәхәткә сыҡҡан Ғәзинур уҡыуҙа ла ал бирмәҫ тип ышанабыҙ.
Донъялағы иң йылы, яҡты һәм танһыҡ урын ул – ғаиләлә. Хамматовтарҙың тормошонда ла тик татыулыҡ хөкөм һөрә. Бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, бер ҡарашта, бер маҡсатта булғанда ғына бәхеткә төрөнөп йәшәргә була, ти улар.
Луиза менән Рәсүл Хамматовтарҙың эшһөйәр ғаиләһенә ҡарап һоҡланырға була. Уларҙың тырыш булыуы, үҙ көстәре менән ауыл тормошон йәнләндереп йәшәүҙәре ғорурлыҡ хистәре тыуҙыра. Уларға, киләсәккә ҡуйылған идеяларын, маҡсаттарын тормошҡа ашырып, алдағы йылдарҙа ла шундай әүҙем, алдынғы ҡарашлы булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Уңған ғаилә шундай була
Уңған ғаилә шундай була
Уңған ғаилә шундай була
Уңған ғаилә шундай була
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас