

Ҡашҡар ауылы ҡыҙы менән Юлдыбай егете икеһе лә ишле ғаиләлә буй еткергән. Бынан 18 йыл элек өйләнешеп, яҙмыштарын бер бөтөн иткән Сафиндар бәхет эҙләп ситкә сығыуҙы хуп күрмәй. Мәҙинәнең тыуған ауылы Ҡашҡарҙа төпләнергә ҡарар итә һәм улар яңылышмай. Ер участкаһы алып, үҙҙәренең тырышлығы, туғандар ярҙамы менән ҙур йорт һалып инәләр. Бөгөнгө көндә бар уңайлыҡтары булған ҙур, заманса йортто эстән дә, тыштан да сынъяһау итеп, хужалыҡтарын нығытып һәүетемсә генә донъя көтәләр.
Күрше генә ятҡан ауылдарҙа тыуып үҫкән егет менән ҡыҙҙы яҙмыш Сибай ҡалаһында таныштыра.
- Иптәшем менән уртаҡ дуҫтарыбыҙҙа бер байрамда таныштыҡ. Быға тиклем бер беребеҙҙе күреп-белһәк тә яҡындан таныш түгел инек. Мин ул ваҡытта БДУ-ның Сибай педагогия институтының беренсе курсында уҡый инем, ә Айҙар әрменән ҡайтып ошо ҡалала эшләп йөрөгән, – ти Мәҙинә.
Йәштәрҙең шул көндән һүҙе берегеп, ныҡлап дуҫлашып китәләр һәм оҙаҡҡа һуҙмай туй ҙа үткәреп ҡуялар. Йәш ғаилә, Мәҙинә уҡыу сәбәпле, ваҡытлыса Сибай ҡалаһында ҡуртымға фатир алып шунда йәшәй башлай. Күп тә тормай тормоштарын йәмләп беренсе ҡыҙҙары донъяға килә. «Уҡыуыңды ташламайһың, баланы үҙем ҡарайым», – тип Мәҙинәнең әсәһе Гөләйфә апай бәләкәсте ауылға алып ҡайтып китә. Институттың дүртенсе курсында йәш ғаиләнең бәхетен тағы ла арттырып улдары тыуа. Мәҙинә институтты тамамлап ҡулына диплом алғанда Сафиндар өсөнсө ҡыҙҙарына атай Һәм әсәй була. Ғаилә инде был ваҡытҡа Ҡашҡар ауылында төпләнә. Башта йәштәр Мәҙинәнең өләсәһенән ҡалған иҫке өйҙө рәтләп шунда йәшәй, һуңынан үҙҙәре лә матур йорт һалып сыға. Яңы йортҡа ҡот өҫтәп тағы ла ике бәпестәре донъяға килә.
Ауылда эш юҡ тип зарланып ултыра торғандарҙан түгел Сафиндар. Булдыҡлы хужалар кәртә тултырып ишле мал көтә, ҡош-ҡорт үрсетә, мул уңышлы баҡса үҫтерә. Ғаилә башлығы бер аҙ район үҙәге Йылайырҙа Эске эштәр бүлегендә эшләп ала, һуңынан хужалығын трактор, йөк машинаһы кеүек кәрәкле техника менән тулыландырып, пилорама һатып алғандан һуң ағас эшенә тотона. Бөгөнгө көндә күрше тирә ауыл халҡын утын менән тәьмин итә. Мәҙинә декрет ялынан сығып әле генә эш башлап тора. Етәкселәр дәрт- дарманы ташып торған йәш белгескә Ҡашҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһын етәкләүҙе ышанып тапшырған. Мөдирмен тип кабинетында ғына ултырмай Мәҙинә Юлай ҡыҙы, тәрбиәселәр етмәү сәбәпле үҙе лә коллегаларына ярҙам итә, ваҡытлыса ике эште бергә башҡара.
Белемем буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Әммә иң беренсе хеҙмәт юлымды тап ошо балалар баҡсаһында башланым. Ул ваҡытта декрет ялы урынында булған төп хеҙмәткәр эшкә сығыу сәбәпле, эшемде күрше Исҡужа ауылы мәктәбендә дауам иттем. Шуға күрә таныш мөхиттә эшләп китеүе ауыр булманы, – ти ул эше хаҡында.
Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен тәрбиәләй, тигәндәре дөрөҫ – бер-береһе өсөн терәк-таяныс та, үрнәк тә улар. Йәнә, күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт та юҡ, балалар ата-әсәһенә ярҙам итеп, эш рәтен белеп үҫәләр. Сафиндар ғаиләһендә лә нәҡ шулай – барыһы ла бергә эшләй, бергә ял да итә. Ҡура тултырып малын ҡарайҙар, баҡса ултыртып көҙөн мул уңыш алып ҡыуаналар, өс һыйыр һауып, ағын эш итәләр, йәй көнө һатыуға ла сығаралар. Уңған ғаилә яҙ етеү менән күпләп ҡаҙ, өйрәк, бройлер алып аҫрай башлай, тәҙрә төбөнә рассадалар ултырта. Өләсәй, ҡартатай тәрбиәһе лә йоғонтоһоҙ ҡалмай, балалары олоно-оло, кесене-кесе итеп, тәрбиәле, тәртипле булып үҫеп килә, шөкөр.
Оло ҡыҙҙары Сулпан Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында беренсе курста уҡып йөрөй, юрист һөнәрен һайлаған. Унан кесе икенсе улдары Айтуған Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 9 класс уҡыусыһы. Ҡыҙҙары Йәмилә Ҡашҡар урта мәктәбенең 6 класында белем ала. Бәләкәйҙән шашка уйнарға ярата, районда үткән ярыштарҙа даими ҡатнаша, призлы урындар яулай. Бәләкәстәр биш йәшлек Динислам менән өс йәшлек Дания балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Баларығыҙҙы тәрбиәләгәндә нимәгә ихтибар бүләһегеҙ тигән һорауыма: «Бала ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул була тигәнде онотмаҫҡа кәрәк. Шуға күрә иң беренсе уларға үҙебеҙ өлгө булып, эш араһында ипле генә өгөт- нәсихәттәр әйтеп, фәһемле кәңәштәр биреп тәрбиәләргә, һәр башланғыстарын хуплап, артабан үҫеү өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ. Иң мөһиме, балаларыбыҙ һау һәм киләсәктәре бәхетле булһын», – тип яуапланы Сафиндар.
Уларҙың ҙур, татыу ғаиләһе хаҡында ауылдаштары ла тик яҡшы фекерҙә
– Мәҙинә менән Айҙар Сафиндарҙың ғаиләһе ауылыбыҙҙың өлөгөлө ғаиләләренең береһе. Балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй менән атай улар. Үҙ донъяларында ғына түгел, ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәйҙәр. Бар башланығыстарҙа ла теләп ҡатнашҡан, айыҡ тормош алып барған эшһөйәр, татыу, һоҡланғыс ғаилә. Ошондай йәштәрҙең ауылыбыҙ йәме булып, беҙҙең менән ҡалыуы ҡыуаныслы күренеш, – ти улар хаҡында Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина.
Татыу, ишле ғаиләләр менән осрашҡандан һуң тик ыңғай һәм йылы тәьҫораттар ғына ҡала. Парлы ғүмер итеүҙән йәм табып, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгән күп балалы ғаиләнең был ғәжәйеп татыу һәм бәхетле донъяһында үҙ ҡыйынлыҡтары ла барҙыр. Ләкин был ауырлыҡтарҙан уларҙы тыуған йорттарының ныҡлығы, бер-береһенә ҡарата булған һөйөү, ихтирам һәм иғтибар тойғолары һаҡлай. Мәҙинә һәм Айҙар Сафиндар ғаиләһенә киләсәктә лә балаларының изгелеген күреп бәхетле йәшәргә насип булһын.