

Ғаилә башлығы Фәрит Ғаяз улы 1953 йылда Юлдыбай ауылында тыуған. Бик иртә әсәһенән ҡалып, ҡартәсәһе ҡулында үҫһә лә, йәненә яҡын ғәзиз кешеһенән матур тәрбиә, тормош юлында кәрәкле күркәм холоҡ-сифаттар алып үҫкән Фәрит ағай. Бала ғына сағынан үҙ йүнен үҙе күрергә күнеккән егет йәйге каникулдар мәлендә совхоз баҫыуҙарында объездчик булып эшләй. Алған эш хаҡына үҙенә яңы уҡыу йылына форма тектереп кейә, ҡартәсәһенә лә ярҙам итә. Уҡыуҙа ла һынатмай, мәктәптә алдынғы уҡыусыларҙан һанала. 9-сы класты тамамлағас Сибай ҡалаһында зоотехник һөнәрен үҙләштерә. 1971-1973 йылдарҙа Һарытау өлкәһендә хәрби бурысын үтәй.
Армиянан ҡайтҡан Фәрит ағайҙың хеҙмәт юлы тыуған ауылында төҙөлөш тармағында башлана. Эш менән бер рәттән ауылда урынлашҡан һөнәрселек училищеһында белем ала, веттехник профессияһын үҙләштерә. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгескә, артабан уҡыуын дауам итеү өсөн, Өфө ауыл хужалығы институтына йүнәлтмә бирәләр. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында Фәрит Ғаяз улының юғары белем алыу мөмкинселеге булмай.
Гөлсирә апай сығышы менән Юлдыбайға күрше ятҡан Һынташ ауылынан. Әхмәтфәиз менән Өмөкамал Мангилдиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Заманында тирә-яҡҡа даны таралған трактористка булған әсәһе Өмөкамал инәй дүрт балаһын бер үҙе тәрбиәләп үҫтерә. Уларға әсәй ҙә, атай ҙа була, балалары кеше араһында кәм-хур булып үҫмәһен өсөн бар тырышлығын һала.
Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Гөлсирә апай Юлдыбайҙағы көнкүреш йортона тегенсе булып эшкә урынлаша. Унда бер аҙ эшләп алғандан һуң, хеҙмәт сынығыуы алған йәш ҡыҙ төҙөлөшкә күсә. Тап шул осорҙа буласаҡ тормош иптәше Фәритен осрата. Уларҙың мөхәббәт тарихы күптәрҙекенә оҡшаш тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Элек йәштәр совхоз эшенән нисек кенә арыһалар ҙа, киске уйындарҙы ҡалдырмаған. Гармунда өҙҙөрөп уйнаған Фәрит ағай менән моңло тауышлы Гөлсирә апай ҙа ана шундай киске уйындарҙың береһендә танышып, мәңге бергә булырға вәғәҙә бирешкән.
Осрашып-дуҫлашып йөрөүҙәренә бер йыл тигәндә, 1975 йылдың март айында никахтарын теркәй Сырлыбаевтар. Йәш ғаилә Фәрит ағайҙың тыуған ауылы Юлдыбайҙа төпләнә. Ғаилә башлығы совхозда зоотехник, бригадир, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы ветсанитар булып хеҙмәт итә. Гөлсирә апай ҡыҙыл мөйөштә ашнаҡсы, һуңынан ауыл мәҙәниәт йортонда костюмер булып эшләй. Икеһе лә йыр-моңға ғашиҡ ирле-ҡатынлы Сырлыбаевтар мәҙәниәт йортонда эшләп килгән түңәрәктәрҙең әүҙем ағзалары. Ваҡытында Фәрит Ғаяз улы ауылдашы Фәнис Ғафаров ойошторған бейеү түңәрәгенең иң оҫта бейеүселәренең береһе була. Шаян, юморға бай, шул уҡ ваҡытта бик тыныс кеше тип билдәләй уны ауылдаштары. Гөлсирә Әхмәтфәиз ҡыҙы, киреһенсә, баҫҡан ерендә ут сәсрәтә торғандарҙан. Йәштән «Аҡйондоҙ» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокал ансамблендә шөғөлләнә, әле булһа ансамбль составында ауылдаштарын үҙенең моңло йырҙары менән ҡыуандыра. Тирә-йүндәгеләр Гөлсирә апайҙы шулай уҡ оҫта баҡсасы тип тә белә. Ул айырыуса сәскә-гөлдәр үҫтерергә ярата. Сәскә үҫтереү нескәлектәре менән бүлешеүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр ҙә юҡ түгел уға. Ғөмүмән, ир менән ҡатын бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай. Кәртә тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар, йәйен шаулатып баҡса үҫтерәләр.
Сырлыбаевтарҙың дуҫ, татыу ғаиләһендә дүрт бала – өс ҡыҙ һәм бер ул буй еткергән. Хәҙер инде һәр береһе эйәле-башлы булып, төрлө тарафтарҙа үҙаллы донъя көтә. Шулай ҙа улар һәр ваҡыт тыуған йорттарында йыйылып ата-әсәһенә ярҙам итергә, байрамдарҙы бергәләп билдәләргә тырыша. Оло ҡыҙҙары Ләйсән Өфө китапхана колледжын тамамлап, һөнәре буйынса эшләй. Тормош иптәше Дамир менән Сидоровка ауылында йәшәйҙәр. Өс ул әсәһе. Икенсе ҡыҙҙары Дилә менән кеселәре Гөлфирә икеһе лә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлап, Баҡалы районында балетмейстер булып эшләп йөрөйҙәр, улдар үҫтерәләр. Сырлыбаевтар нәҫел ебен дауам итеүсе булған улдары Фирғәттең дә инде күптән үҙ ғаиләһе бар. Тыуып үҫкән ауылын ташламай, ата-әсә янында төпләнгән. Биләмәлә участка полицейскийы булып хеҙмәт итә. Бөрйән һылыуы Фирҙәүес менән Гөлназ, Гөлнәфис исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Үҙҙәре лә ҡайны менән ҡәйнә булып, бәләкәс кенә ейәнсәрҙәренә ҡартатай менән өләсәй булырға өлгөргәндәр.
Балалары тыуған йорттоң нигеҙен һыуытмай, уның ҡотон һаҡлап йәшәүсе был һоҡланғыс ғаиләгә артабан да ғүмер көҙҙәренең һәр ваҡыт сыуаҡ һәм аяҙ булыуын, ә иң мөһиме – һаулыҡтары ғына һынатмаһын, тип теләйбеҙ!