Ауыл уттары
+12 °С
Облачно

Остаздарҙың остазы

Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыуҙай икән ул... Бөгөнгөләй хәтеремдә, 2008 йылдың тап апрель айы. Мин, әле ул ваҡытта БДУ-ның журналистика факультетының 4 курс студенты, район гәзите редакцияһы ишеген һаҡ ҡына асып инәм. Быға тиклем булғаным бар минең бында, бер-ике тапҡыр практика үтергә насип булғайны. Әммә был юлы айырыуса ныҡ тулҡынланам. Сөнки үҙ ғүмеремдә беренсе эш көнөмә ашығам. Буласаҡ коллегам Мотал ағай Рәмов мине ишек төбөнән үк әйҙүкләп ҡаршы алды, үҙенең кабинетына индереп ҡыҫҡа ғына “инструктаж” да биреп өлгөрҙө.

Остаздарҙың остазыОстаздарҙың остазы
Остаздарҙың остазы

“Әле йәшһең, башта текст йыйыусы булып эшләп тораһың инде. Етәкселек шулай хәл итте. Мәктәп йылдарынан яҙышҡаныңды беләм. Фәрит ағай менән дуҫлашырға тырыш. Ижади кадрҙарҙы беҙҙә ул тәрбиәләй, үҫтерә, – тине. – Хәйер, әйҙә,үҙенә инеп сығайыҡ...
Өйөм-өйөм ҡағыҙҙар, хаттар, гәзит полосалары араһына күмелеп, ниндәйҙер эш менән үтә мәшғүл булып ултырған ағайыбыҙ беҙгә күтәрелеп тә ҡараманы. Бары тик: “иртәгә Анновкаға командировкаға сығаһығыҙмы әле. Йәш ҡыҙҙы үҙегеҙ менән алығыҙ. Берәй һүрәтләмә алып ҡайтһын. Унан ҡарарбыҙ...”, – тине тыныс ҡына. Фәрит ағайҙың бына ошо “унан ҡарарбыҙ” тигәненән башланды ла инде минең һөнәри эшмәкәрлегем. Әйткәндәй, Анновкаға барҙыҡ, татыу, ишле ғаилә тураһында күләмле генә мәҡәлә лә яҙҙым. Яуаплы сәркәтибебеҙ Фәрит Ҡоҙабай улы үҙенең төплө кәңәштәрен, урынлы ғына иҫкәрмәләрен дә әйтте.
Эйе, ошондайыраҡ иҫтәлектәре менән заманында район редакцияһында эшләп, төрлө тарафтарға таралған, хәҙер инде үҙҙәре үткер ҡәләм оҫталары булған тиҫтәләгән журналист бүлешә ала. Остаздарҙың остазы булған Фәрит ағай республикаға әллә нисәмә быуын шәп гәзитсе үҫтергән шәхес ул.
Гәзит эшенә йәне-тәне менән бирелгән, тәүге сиратта үҙенә ҡарата талапсан, үтә яуаплы, мөхәррирҙең уң ҡанаты булды беҙҙең Фәрит ағайыбыҙ. Бөгөнгөләй күҙ алдында: һәр мәҡәләне ташҡа баҫылғансы өтөрөнә тиклем ҡарап төҙәтә, стиленә күҙ һала, һыҙғылай, өҫтәй... Типографияға ебәрер алдынан тағы бер тапҡыр ҡарап, материалдар нисек урынлашҡан, баштар ҡабатланмағанмы, һүрәттәр тап киләме – барыһын да ентек¬ләп күҙәтеп сыға. Эшкә яуаплы ҡарашты башҡаларҙан да талап итте. Шул уҡ ваҡытта ҡаты шелтәләгәнен, беҙгә, йәш хеҙмәттәштәренә, хатта саҡ ҡына булһа ла тауыш күтәргәнен бер ҙә генә хәтерләмәйем. Кем әйтмешләй, айыуҙы ла бейетергә өйрәтә алған сабыр, ныҡышмал заттан ул беҙҙең Фәрмит ағайыбыҙ. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, редакция менән дуҫлығын өҙмәй. Даими яҙыша, теләк-тәҡдимдәрен еткереп тора.
Ошо көндәрҙә беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙ Фәрит Ҡоҙабай улы Мортаев үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан беҙ уны ихлас тәбрикләйбеҙ. Һәр һүҙҙең бәҫен белгән, туған тел байлығын ҡәҙерләгән үҙенсәлекле, белемле, киң ҡарашлы өлкән хеҙмәттәшебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.


Оло ихтирам менән, Зөбәржәт Һиҙиәтова.

Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас