Ауыл уттары
+20 °С
Ясно

Татыу ғаилә – ил күрке

Татыу ғаилә – ил күрке, тигән боронғолар. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр ваҡытта ла ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар.  Ҡатмарлыҡтарға бирешмәй , ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн бар тырышлығын һалған ғаиләләр, шөкөр, арабыҙҙа бихисап. Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан ошондай парҙарҙың береһе  – Юламановтар ғаиләһе менән таныштырып үтәбеҙ.

Татыу ғаилә  – ил күркеТатыу ғаилә  – ил күрке
Татыу ғаилә – ил күрке

Зарифа һәм Фаил Юламановтар икеһе лә  районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле, ожмахҡа тиң ерҙә урынлашҡан бай тарихлы Ҡашҡар ауылынан. Матур йәшлек йылдарында дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтергә вәғәҙә биргән йәштәр 1999 йылда гөрләтеп туй уҙғарып бер ғаилә булып китәләр.

– Студент саҡта ауылға ялға ҡайтҡан арала тиҙ генә әҙерләнеп, гөрләтеп концерт ҡуя торғайныҡ. Мин ул ваҡытта Өфөлә 2-се һанлы педагогия колледжында уҡый инем, Фаил да студент. Шундай концерттар ваҡытында ныҡлап дуҫлашып киттек. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, никах уҡытып, өйләнештек, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы  Зарифа  Ишғәле ҡыҙы.

Юламановтар ҡайһы бер тиҫтерҙәре кеүек бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, атай нигеҙендә төпләнеп, уны  ҡоротмай матур донъя көтә, балалар үҫтерә. Ғаилә башлығы Фаил Фәрит улы һөнәре буйынса уҡытыусы. Сибай педагогия училищеһын, БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын ошо уҡ уҡыу йортонда мастерской етәксеһе булып башлай. Ғаиләһе менән тыуған ауылына күсеп ҡайтҡас, Ҡашҡар мәктәбендә хеҙмәт дәресенән уҡыта. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ул уҡытыусы һөнәрен эшсе һөнәренә алыштырып, әлеге көндә  Юбилейный карьерында станочник булып хеҙмәт итә. Эшкә сымыры ҡуллы Фаил Фәрит улын яҡын-тирәлә оҫта иретеп йәбештереүсе тип тә беләләр. Ауылдаштарына, күрше -тирәнән иретеп йәбештереү эштәрен башҡарыуын һорап мөрәжәғәт иткәндәргә һәр ваҡыт теләп ярҙам итә.  Ниндәй генә ҡатмарлы иретеп йәбештереү эше булмаһын, сифатлы итеп башҡара, уның алтын ҡулдары тыуҙырған әйберҙәр хужаларын ҡыуандырып, оҙаҡ хеҙмәт итә.

Зарифа Ишғәле ҡыҙы ауылдың тырыш, талапсан, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫ көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Һөнәре буйынса мәктәпкәсә белем биреү педагогы булған ханым, башта урындағы балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләгән. Әммә штат ҡыҫҡартылыу сәбәпле, 2009 йылдан Ҡашҡар мәҙәниәт йортон етәкләй. Ауыл клубы сәскә атһын, һүнмәһен өсөн бар булмышын һалып, эшен яратып башҡара ул.

– 2011 йылда мәҙәниәт йортона капиталь ремонт эшләнеләр, иҫке клубты шул тиклем яратһаҡ та, яңыртылған мәҙәниәт йортонда тағы ла илһамланып, дәртләнеп эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Нәҙерғолова М.Ғ), ҡул эштәре буйынса «Нәзәҡәт» төркөмө, ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе Яманғолова Я.М.) һәм ветерандар Советы (етәксеһе Тләүшина Ә.Х.), ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы, мәктәп коллективы һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Уларҙың сығыштары клубта уҙғарылған барлыҡ сараларҙы биҙәй. Яңы йыл, 8 март, Халыҡ-ара балалар көнө, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете һәм башҡа байрамдар, осрашыуҙар, йәштәр өсөн кисәләр, дискотекалар үткәрәбеҙ, концерттар ҡуябыҙ. Ауылым халҡы һәр сарала әүҙем ҡатнаша, яңы башланғыстарҙы ихлас күтәреп ала. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙҙе лә онотмайбыҙ, бар яҡлап ярҙам итәбеҙ. Быйыл ауылымдың дәртле, йыр-моңға ғашиҡ халҡы менән «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. 16 кешенән торған коллектив менән уңышлы сығыш яһап ҡайттыҡ.  Әле икенсе турға әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Шулай иңгә-иң терәп, үҙ-ара татыу эшләйбеҙ, – ти яратып башҡарған эше хаҡында Зарифа Ишғәле ҡыҙы.

Ғөмүмән, Зарифа һәм Фаил Юламановтарҙың ғаиләһе ижади, рухлы ғаиләләрҙең береһе. Фаил Фәрит улы һыҙҙырып ҡурайҙа, баянда уйнай, өҙҙөрөп бейей ҙә. Зарифа Ишғәле ҡыҙын иһә районда моңло тауышлы йырсы булараҡ беләләр. Уңған хужабикә, оҫта ойоштороусы ла булған ханым март айында Өфө ҡалаһында үткән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, диплом менән билдәләнгән.

Булдыҡлы, бар яҡлап килгән Юламановтарҙың күркәм ғаилә усағында өс бала тәрбиәләнә. Оло улдары Байрас Санкт-Петербург дәүләт тау университетын, Рушандары Өфө тармаҡ технологиялар колледжын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Өйҙәренең биҙәге булған бәләкәстәре Хәфизә Ҡашҡар мәктәбенең 1 класс уҡыусыһы. Ата-әсәһенә оҡшап музыка ярата, йырлай ҙа. Балаларыбыҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ, имен-һау ғына булһындар, тиҙәр ата менән әсә.

Икеһе лә тырыш ғаиләлә үҫкән ирле-ҡатынлы Юламановтар ауыл тормошона мөкиббән. Ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә.  Яйы сыҡҡанда ял итергә лә өлгөрә. Йәй айҙарында төрлө яҡҡа таралышҡан яҡындарын йыйып шәжәрә байрамы ойошторалар, йыл һайын әрүәхтар рухына аят бағышлаталар, изге Рамаҙан айында бергәләп ураҙа тоталар.

  • Әҙәм балаһы тәү сиратта туғанының иғтибарына, йылы һүҙенә мохтаж, тиелә динебеҙҙә. Шуға күрә, һәммәбеҙ ҙә туғандарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, хәлдәрен һорашып, ярҙам итеп, яҡшы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәй, изге теләк – ғәмәлдәренә ҡеүәт өҫтәп йәшәйек! – тиҙәр улар.

Ошондай эшһөйәр, уңған кешеләр донъяны йәмләй ҙә инде. Зарифа Ишғәле ҡыҙы менән Фаил Фәрит улына киләсәктә лә мөхәббәттә һәм татыулыҡта, башҡаларға үрнәк, балаларына терәк булып бәхетле йәшәргә насип булһын.

Татыу ғаилә  – ил күрке
Татыу ғаилә – ил күрке
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас