Ауыл уттары
+15 °С
Ясно

Ауылға йәм биреүсе, йән өрөүсе Солтановтар

60 йыл бергә татыу, иңгә-иң терәшеп ғүмер иткән парҙар тураһында ишетһәм, һоҡланыу тойғоларымды бер ҙә йәшерә алмайым, бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхет һәм Аллаһы Тәғәләнең бүләгелер ул... Улар иңендә ғаилә тарихы ғына түгел, тотош ил тарихы ята. Ә инде нәҫел-тамырҙарын дауам итеүсе балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡыуаныстарын, киләсәген күреү иң ҙур бәхет бит ул...Бөгөнгө мәҡәләм бына инде 60 йыл дауамында бер-береһенә маяҡ, терәк һәм кәрәк булып йәшәгән Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙы менән Зиннур Һиҙиәт улы Солтановтар тураһында булыр.

Ауылға йәм биреүсе, йән өрөүсе СолтановтарАуылға йәм биреүсе, йән өрөүсе Солтановтар
Ауылға йәм биреүсе, йән өрөүсе Солтановтар

Ауылға йәм биреүсе, йән өрөүсе был матур пар йәшлек һуҡмағынан алып бөгөнгәсә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, тормоштоң әсе-сөсөһөн дә, шатлыҡҡа тулы көндәрен дә бергә кисереп, донъя көтә. Байғужа ауылында йәшәүсе Солтановтарҙың өйө ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан. Улар йәшәгән йортта һәр ваҡыт балалар тауышы тынмай, яҡындары, туғандары һәм дуҫтары өсөн дә ишектәре асыҡ.
Зиннур Һиҙиәт улы Байғужа ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаман. Хөсниямал һәм Һиҙиәт Солтановтарҙың ғаиләһендә иң кинйә бала булып буй еткерә. Мәктәпте тамамлағандан һуң шофер булыу теләге уны Юлдыбай ауылындағы училищеға алып килә. Унда белем алғандан һуң Марий Эл республикаһында өс йыл һалдат һурпаһын эсә Зиннур Һиҙиәт улы. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Хәйбулла районындағы питомникта шофер булып хеҙмәт юлын башлай. Бөтәһе 42 йыл хеҙмәт стажы туплаған ир-уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер, тракторсы, ер һөрөп, иген сәсергә лә, мал ҡараусы булып эшләргә лә өлгөрә...
60 йыл буйы Байғужа ауылының уңған килене булған Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙы Сәләх ауылына нигеҙ һалыусы Сәләх Мортаевтың ейәнсәре. Йомағужа ауылында ун балаға ғүмер бүләк иткән Фатима һәм Сабирйән Аҡҡужиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һалған. Уңғанлығы, тырышлығы менән айырылып торған ҡыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, туғандарына, ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсаты менән ауылдағы фермала һауынсы булып эш башлай һәм иң алдынғылар рәтендә була. Яратҡан эшен, ғәмһеҙ йәшлек йылдарын артта ҡалдырып, Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙы 1966 йылда Байғужа ауылына килен булып төшә. Унда ла ул ҡул ҡаушырып ултырмай. Тәүҙәрәк төрлө эштәрҙә эшләһә, һуңынан бер нисә йыл фермала һөт ҡабул итеүсе, фуражер булып эшләп ала. Ә хеҙмәтенең иң күп стажы почта хеҙмәте менән бәйлелер, моғайын. Сөнки ел-ямғырға, ҡар-буранға, юлдарҙың юҡлығына ҡарамай, ҙур сумкалар менән хат-хәбәрҙәр, гәзит-журналдар, ул ваҡытта инде пенсия аҡсаларын да таратҡан яуаплы хеҙмәткәр булып һанала ул.
Йәш ғаиләнең тормошо барлыҡ менән башланмай, улар һәммәһен дә үҙҙәре, хәләл көстәре менән табып йәшәп китә. Алтын да бит бөртөкләп йыйыла... Шулай итеп, ҙурҙан йорт төҙөп сығалар, балалар үҫә, тормош алға бара... Ауыл мәшәҡәттәренә күмелеп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп, балаларын оло юлға баҫтыралар. Солтановтар шуныһы менән һоҡландыра, һәр эште, ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп башҡара. Бөтә мәшәҡәттәрҙе лә икәүләп атҡарырға тырышалар.
Бөгөн инде улар 60 йыллыҡ ғаилә стажын барлап, балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Тик, оло ҡыҙғанысҡа күрә, бала ҡайғылары ла кисерергә тура килә уларға. Өс улдары йәшләй генә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Уларҙың береһе бөгөн барған дәһшәтле махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашып, илебеҙ хаҡына башын һалды. Беҙҙең тыныслығыбыҙ өсөн яуҙа мәрхүм булған батырыбыҙҙы һәр ваҡыт иҫләйәсәкбеҙ. Был ауырлыҡты үҙ иңендә татыған ата-әсәләр генә аңлап ҡабул итәлер... Батыр яугирҙең ғәзиз кешеләренә сабырлыҡтар теләйбеҙ...
Әллә күпме яҡшы сифаттарға эйә булған Солтановтар яҡындары, күршеләре, ауылдаштары араһында ҙур ихтирамға лайыҡ. Ғүмерҙәрен үҙ һөнәрҙәренә бағышлаған был пар һәр хеҙмәтен ысын күңелдән башҡарып, үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр булараҡ та билдәле. Улар менән бергә эшләгән коллегаларынан Солтановтар тураһында тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә була. Фиҙәҡәр хеҙмәттәре әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙына СССР Верховный Советы Президиумы Указы менән «Герой әсә» исеме бирелгән. Ә уның әсәһе Фатима инәй Аҡҡужина был исемгә районыбыҙҙа беренсе булып лайыҡ булған икән.
Ысынлап та, йылы һүҙҙәргә лайыҡлы улар: бер-береһенә ихтирам, наҙ тулы ҡараш һалып, һыйынышып ҡына йәшәгән Солтановтарға ҡараһаң, күңел йылыһы, яҡты ҡот бөркөлә һымаҡ... Оҙаҡ йылдар бергә шулай матур йәшәү серҙәрен белһәң ине, тигән уйыма яуап итеп: «Ғаилә тормошонда бер-береңде ҡәҙер итеү, күндәмлек, сабырлыҡ кәрәк. Алтмыш йыл алтмыш көндәй ҙә булманы, һә тигәнсе үтеп тә киткән икән...», – ти Солтановтар.
Йор һүҙле, мәрәкә телле инәй менән олатайҙы бала саҡтан беләм мин. Ун бер балаға, ете ҡыҙ һәм дүрт малайға ғүмер бүләк иткән ауылдаштарымдың ҡорған донъяһынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәне, әле лә шулай. Һәр балаһын башлы-күҙле итеп, уларға белем биреп, һәр яҡлап ярҙам итеп йәшәйҙәр. Бөгөн инде ун туғыҙ ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре булыуы менән бәхетле улар.
Әле лә матурҙар, әле лә матур пар булған юбилярҙарҙы ҡотлап, ошо көндәрҙә Байғужа ауылында бик ҙур сара үтте. Был көндө юбилярҙар ғына түгел, уларҙың яҡындары ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Был йәштәр – ҡыуаныс йәштәре ине. Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер кисергән ғаиләнең тормошонда төрлө хәлдәр ҙә булғандыр, әммә улар барлыҡ ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер уйлы, бер һүҙле булып, ҡулға-ҡул тотоноп, Гәүһәр туйҙарын ҡаршыланы.
Сарала района хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Васил Йәүҙәт улы Игебаев ҡатнашты. Улар барлыҡ изге теләктәргә ҡушылып, мәртәбәле тантана уңайы менән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы.
Был байрам бик матур, ойошҡанлы үтте. Ауыл халҡын берләштереп, берҙәмлек, туғанлыҡ ептәрен нығытты. Байғужа ауылы һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән йыл-бейеүҙәр менән үрелеп барған сара йыйылыусы туғандарҙың күңеленә хуш килде.
Ошондай байрамдар әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Ғаилә – киләсәк быуын өсөн үрнәк, камиллыҡҡа ынтылыу, үҙеңдән һуң һиңә доға ҡылырлыҡ һәм һинең дауамсыларың булырлыҡ нәҫел ҡалдырыу. Олоғайған көнөңдә балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле ҡартатай, өләсәй булып тиң ҡартайыуҙары – үҙе бер бәхет бит ул.
Редакция хеҙмәткәрҙәре, гәзит уҡыусылар исеменән Фәрзәнә Сабирйән ҡыҙын һәм Зиннур Һиҙиәт улын оло байрамдары, Гәүһәр туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс тормош теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас