Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Ноябрь 2021, 08:00

Ғаризалар көтәләр

Документтар 9 декабргә тиклем ҡабул ителә

Ғаризалар көтәләр
Ғаризалар көтәләр

Быйыл Башҡортостанда инвалидтар ойошмаларына 20 миллион һум аҡса ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. 9 ноябрҙән республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығында етештереүҙе ҡайтанан техник ҡорамалдар менән тәьмин итеү өлкәһендәге сығымдарҙы субсидиялау өсөн берҙән-бер ойоштороусыһы Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмғиәте булған ойошмаларҙы һайлау буйынса ғаризалар ҡабул итә башланылар. Шулай итеп, эш урындарын һаҡлау һәм яңыртыу маҡсатында һатып алынған ҡорамалдарға сығымдарҙы беренсе тапҡыр 80 процентҡа тиклем кире ҡайтарыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Демография" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
– Ағымдағы йылда Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон күтәреү өсөн, тышҡы шарттарҙы, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы менән бәйлеләрен дә иҫәпкә алып, өҫтәмә саралар ҡабул ителде. Уларға берҙән-бер ойоштороусыһы Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәте булған ойошмаларға субсидия биреүҙе ҡарай. Субсидия ойошмаларға ташылған продукция күләмен арттырыу, шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте предприятиеларының етештереү ҡеүәтен һәм инвалидтар өсөн эш урындарын һаҡлау маҡсатында бирелә. Төбәк бюджетынан 20 миллион һум аҡса бүленгән, - тип белдерҙе республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Субсидияны алыу өсөн төп шарт – ойошмалағы дөйөм эш урындарының бер өлөшөн инвалидтар өсөн һаҡлау һәм яңыртыу. Ойошмала инвалидтарҙың дөйөм хеҙмәткәрҙәр һанынан 50 процентҡа кәм булмауы, хеҙмәткәрҙәр һаны 25-тән кәм түгеллеге мотлаҡ.
Ойошмаларҙы һайлауҙа ҡатнашыу өсөн министрлыҡҡа документтар тупланмаһы менән субсидияны алыу тураһындағы ғаризаны тапшырырға кәрәк. Документтар 9 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 3-сө йорт, 309-сы бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-04-94, 218-04-64.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: