Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
23 Май 2023, 11:55

Төҙөүселәр ярыша

Еңеүселәр Санкт-Петербургта үтәсәк Халыҡ-ара төҙөлөш чемпионатына барасаҡ

18 майҙа Башҡортостанда “Иң яҡшы каркас-көпләү конструкциялары монтажсыһы” һәм “Иң яҡшы штукатур” номинациялары буйынса “Төҙөлөш мастеры” милли оҫталыҡ конкурсының беренсе этабы үтә. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ул Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 174) базаһында ойошторола.

Конкурстың теоретик өлөшө 15 һорауҙан тора. Практик өлөштә ҡатнашыусылар номинациялар буйынса конкурс эштәрен башҡарасаҡ.

– Бындай һөнәри оҫталыҡ конкурстары – төҙөлөш комплексы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең тотош системаһы йүнәлештәренең береһе. Кадрҙар мәсьәләһе һәр ваҡыт өҫтөнлөклө һанала, ул 2035 йылға тиклем үҫеш перспективаһы менән Рәсәйҙең Төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһына индерелгән, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: