-10 °С
Болотло
Дүрт йыл эсендә “Процестар фабрикаһында” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (Национальный проект "Производительность труда" ) ҡатнашыусы предприятиеларҙан 1247 хеҙмәткәр уҡытылды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Процестар фабрикаһы” - республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында төбәктең компетенциялар үҙәге нигеҙендә 2019 йылдың 26 декабрендә асылды. Был ваҡыт эсендә төрлө тармаҡтың йөҙләгән белгестәре һаҡсыл производство буйынса уҡыуҙар үтте. Уҡытыу махсус әҙерләнгән уҡытыу-производство майҙансығында алып барыла.