Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
2 Март 2024, 04:15

Башҡортостан орлоҡ экспортын арттырҙы

Был йүнәлештә эш әүҙемләшә бара.

Башҡортостан орлоҡ экспортын арттырҙыБашҡортостан орлоҡ экспортын арттырҙы
Башҡортостан орлоҡ экспортын арттырҙы

Ғинуар айында Рәсәйҙең ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығы тарафынан Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға экспортланған сәсеү өсөн бойҙай, эспарцет орлоғоноң 15 партияһы контролләнде, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте.

Һайлап алынған орлоҡ өлгөләре Башҡортостандың һынау лабораторияһында барлыҡ тейешле экспертизаларҙы уҙған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса зыянлы һәм хәүефле организмдар асыҡланмаған. Сәсеү өсөн орлоҡ импортерҙар һәм Таможня союзы илдәренең талаптарына яуап бирә, тип билдәләнеләр Ауыл хужалығы күҙәтеүенең территориаль идаралығында.

Дөйөм ауырлығы 304 тоннаға тиң карантин аҫтындағы продукция Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға автомобиль транспорты менән оҙатылған. Сағыштырыу өсөн: былтыр ғинуар айында Башҡортостан Ҡырғыҙстанға сәсеү өсөн 54 тонна эспарцет орлоғо экспортланған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас