Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
4 Март 2024, 04:03

Дозаторҙар күберәк етештерелә

“Милли проект” хеҙмәт һөҙөмтәһен күтәрергә булышлыҡ итә

“Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йортонда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнаша башлағандан алып дозаторҙар етештереү ваҡыты өс тапҡырға тиерлек ҡыҫҡарған, тип хәбәр итә төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

Предприятие сәнәғәт үлсәүҙәрен һәм дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Пилот участкаһын оптимәлләштереү төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында башҡарылды.

Унда һаҡсыл ҡоралдар индерҙеләр. Матераиал складтарынан алып машинаға әҙер продукцяины тейәүгә тиклем барлыҡ этаптарҙы ла проект үҙ эсенә алды. Эштәр даирәһенә склад, производство цехы, теник контроль һәм һатыу бүлектәре индерелде.

Бынан тыш предприятие хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙар ҙа үтте. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре, производство анализы, стандартлаштырылған эш һәм башҡалар буйынса программалар өйрәнелдә. “Процестар фабрикаһы” һәм “Офис процестары фабрикаһы” майҙансыҡтарында улар тренингыларҙа ла ҡатнашты.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас