Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
8 Март 2024, 04:56

157 мең ғаилә ярҙамдан файҙаланды

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

157 мең ғаилә ярҙамдан файҙаланды157 мең ғаилә ярҙамдан файҙаланды
157 мең ғаилә ярҙамдан файҙаланды

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү – Башҡортостандың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. 2023 йылда республикала балалары булған 309 меңдән ашыу ғаилә дәүләт ярҙамы алды.

Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса былтырҙан бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле бер тапҡыр түләнгән пособие барлыҡҡа килде. Ул үҙ эсенә балаларға ярҙам итеүҙең биш сараһын, шул иҫәптән өстән 17 йәшкә тиклемге түләүҙәрҙе ала. Бындай дөйөм суммаһы 27,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән ярҙамды 302 мең балаға 157 мең ғаилә алды.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-07/157-me-ail-yar-amdan-fay-alandy-3673029 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас