Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») буйынса сығымдар федераль ҡаҙнанан 4,4 миллиард һәм төбәк ҡаҙнаһынан 300 миллион һум тәшкил иткән. Билдәле булыуынса, милли проекттар ил Президентының май указдарына ярашлы раҫланды.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә 136 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. 2018 йылдан алып уларҙың һаны 9,2 мең берәмеккә йәки 7,3 процентҡа артҡан. Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә унынсы урында тора.