Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
27 Март , 09:05

25 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә

Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй.

25 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә
25 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә

Шишмә районының бизнес-шәрифе Руслан Уразмәтов хәбәр итеүенсә, Күсем ауылынан ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән Флүр Йосопов 25 йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Уның ҙур хужалығында 130 ат, шул иҫәптән 80 һауын бейәһе бар.

2023 йылда эшҡыуар йылҡы малы тоҡомон яңыртыу өсөн алты айғыр һатып алған, шуларҙың дүртәүһе – башҡорт тоҡомло һәм ике йөк аты. Муниципаль программа ярҙамында ул үҙенең сығымдарын ҡаплауға 500 мең һум субсидияға эйә булған. Хәҙер Флүр Йосопов яңы идея өҫтөндә эшләй. Яҡын киләсәктә ул ит эшкәртеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алып, деликатестар етештереү эшен яйға һалырға ниәтләй. Үҙенең ниәтен бойомға ашырыу өсөн эшҡыуар ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә уйлай.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-23/bash-ort-to-omlo-attar-rset-3697709 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: