Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
28 Март , 10:10

“Белем” фестивале һәләтле башҡорт балаларын асыҡлай

Быйыл фестиваль Рәсәйҙең биш төбәгендә үтә. Сараны үткәреү графигы, үҙенсәлектәре менән таныштырабыҙ.

БР Мәғариф һәм фән министрлығы башҡорт телен киңерәк таратыу, туған башҡорт телендә белем алыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында йыл һайын Рәсәй төбәктәрендә “Белем” тип аталған фестиваль уҙғара. Уның барышында сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт балалары республикалағы инновацион белем биреү ойошмаларына уҡыуға саҡырыу алыу мөмкинлегенә лә эйә.

Быйыл фестиваль 28 мартта – Силәбе өлкәһе Сосновка районының Туҡтыбай ауылында, 6 апрелдә – Сорғот ҡалаһында, 12 апрелдә – Ырымбур өлкәһе Гай районы Новоронежский ауылында, 17 апрелдә – Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районының Оло Чернигов ауылында, 26 апрелдә Пермь крайы Барҙа районының Барҙа ауылында үтә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: