Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
29 Март , 14:49

Быяла - бик кәрәкле сеймал

Башҡортостанда тауар һәм төрөү материалдары етештереүселәрҙең киңәйтелгән яуаплылығы реформаһын тормошҡа ашырыуға әҙерлек бара.

Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы, ҡалдыҡтарҙы айырым туплау инфраструктураһы булдырыла, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡтарҙы утилләштереү объекттары бөтөнләй юҡ тиерлек.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ПЭТ-ҡалдыҡтарҙың тормош циклын анализланы. Сеймал – флекстар эшкәртелгәндән һуң “Полиэф” акционерҙар йәмғиәтенә Благовещен ҡалаһына эшкәртеүгә ебәрелә. Үлсәүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, республиканың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары составында быяла ҡалдыҡтарының өлөшө 10,9 процент тәшкил итә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: