Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Апрель , 09:05

Онкология буйынса лицензиялар арта

Лицензия алыусы ойошмалар һаны 14 процентҡа күбәйҙе.

Онкология буйынса лицензиялар арта
Онкология буйынса лицензиялар арта

Башҡортостанда лицензияларҙың Берҙәм реестрында онкология буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алыусы ойошмалар һаны 14 процентҡа артты. Элек теркәлгән 226 медицина ойошмаһына үткән йыл йәнә 32 ойошма өҫтәлде.

- Онкология хәҙерге ваҡытта медицинаның йылдам үҫешкән тармағы булып тора. Һуңғы йылдарҙа сиргә ҡаршы тәьҫирле препараттар һәм ысулдар артты, улар тормош сифатын яҡшыртырға һәм ғүмер оҙайлығын арттырырға ярҙам итә, – тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Медицина эшмәкәрлеген лицензиялау – медицина ярҙамын күрһәтеүҙә төп шарт. Бөтә дәүләт һәм шәхси клиникалар, дауаханалар, шифаханалар, госпиталдәр һәм башҡа медицина ойошмалары лицензиялау процедураһын үтергә тейеш.

Республикала медицина эшмәкәрлеге төрҙәренә лицензиялар рәсмиләштереү арта. Тәүге тапҡыр рәсмиләштереү 15 көн эсендә башҡарылһа, ҡабаттан был процедураны 10 көндә үтергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-04/onkologiya-buyynsa-litsenziyalar-arta-3712140 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: