Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
7 Апрель , 09:05

Туризм тармағында эшләһәң...

Милли проекттың файҙаһын күр.

Туризм тармағында эшләгән, йыллыҡ әйләнеше кәмендә 180 миллион һум булған предприятиелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект "Производительность труда") ҡушыла ала. Һүҙ ҡунаҡханалар, кемпингтар, коттедждар, шифахана – курорт, туристик ойошмалар, мәҙәниәт һәм ял парктары, пляж һәм аттракциондар тураһында бара.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы хәбәр итеүенсә, милли проектҡа туризм йүнәлешен индереү тураһындағы документҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов ҡул ҡуйған.

-Милли проектҡа ярашлы, 200-ләп компания федераль һәм төбәктең компетенциялар үҙәгенең эксперт ярҙамынан файҙалана ала, - ти билдәләне Андрей Белоусов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: