Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
10 Апрель , 09:05

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

Өс йыл эсендә 120 мәҙәниәт белгесенең торлаҡ шарттарын яҡшыртылған, был маҡсатҡа 75 миллион һум йүнәлтелгән.

2024 йылда Рәсәй Президенты ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы федераль кимәлдә лә старт ала. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең йыллыҡ отчеты менән сығыш яһап, Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе.

– “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Өс йыл эсендә 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Был маҡсатҡа 75 миллион һум йүнәлтелгән. Уҙған йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып, бер миллион һум тәшкил итте, – тип аңлатты Андрей Назаров.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: