Ауыл уттары
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Апрель , 09:05

Күрһәткестәр арта ғына

2024 йылдың ғинуарында Башҡортостан менән Үзбәкстандың тышҡы сауҙа әйләнеше, 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 2,3 тапҡырға артҡан.

Күрһәткестәр арта ғына
Күрһәткестәр арта ғына

“Быйыл тәүге айҙа Башҡортостандан Үзбәкстанға экспорт тәьминәте күләме артты, шул уҡ ваҡытта ике республика араһындағы үҙ-ара тауар әйләнеше 94 процентҡа экспорт тарафынан тәҡдим ителгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. – Артабан беҙ ауыл хужалығы сеймалын етештереү һәм эшкәртеү өлкәһендә берлектәге предприятиеларҙы тормошҡа ашырыу һәм туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Республикабыҙҙың Үзбәкстан менән тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн, 22-24 апрелдә төбәктең рәсми һәм эшлекле делегацияһы ошо илгә барасаҡ“.

Бизнес-миссияла ҡатнашыусылар өсөн бай рәсми һәм эшлекле программа ойошторола, шул иҫәптән “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия“ күргәҙмәһе сиктәрендә лә, тип хәбәр итә БР хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Бында Башҡортостан һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙары b2b форматында хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: