Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
17 Апрель , 09:10

Ватан сеймалын ғына ҡуллана

Яңы етештереү ҡеүәттәре 50 өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ

Өфөнөң “Добрый картон” компанияһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге“ милли проектында (национальный проект “Производительность труда“) ҡатнашыусы булараҡ, Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 300 миллион һумға ташламалы кредит алды.

Был аҡса Ватан сеймалын ҡулланып эшләгән предприятиеға артабан үҫеү өсөн файҙаланыласаҡ. Өҫтәмә финанслау Төбәк компетенциялар үҙәгенең өлгөләр ағымын булдырыу, етештереү системаһының төп элементтарын индереү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса эксперттары етекселегендәге сараларҙы үтәгәндән һуң мөмкин булды.

Былтыр гофротара етештереү буйынса автоматлаштырылған заводтың инвестпроекты Башҡортостан Башлығы үткәргән “Инвестсәғәт"тә ҡаралғайны, ә июндә уға өҫтөнлөклө статус бирелде. Яңы етештереү ҡеүәттәре 50 өҫтәмә эш урыны булдырасаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: