Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
19 Апрель , 08:25

Имтиханды ”бишле”гә тапшырҙы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, Сибай ҡала дауаханаһына үткән йылдың февраль айында заманса магнит-резонанс томографы алынғайны.

Имтиханды ”бишле”гә тапшырҙы
Имтиханды ”бишле”гә тапшырҙы

Ошо ваҡыт эсендә яңы аппаратта ике меңдән ашыу тикшереү башҡарылған. Шуларҙың 400 тирәһе контраст матдә ҡулланып эшләнгән.

Магнит-резонанс томографияһы – диагностиканың инструменталь ысулы, кеше тәненең теләгән бер өлөшөндә аныҡ һүрәт эшләй ала. Ысул хәүефһеҙ, медицинаның бөтә өлкәһендә уңышлы файҙаланыла.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-18/imtihandy-bishle-g-tapshyr-y-3733086 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: