Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
21 Апрель , 09:05

Башҡортостанда быйыл Олимпия резервына ингән өс спорт мәктәбенә 15,5 миллион һумлыҡ спорт ҡорамалдары аласаҡтар, уның 13 миллион һумы федераль ҡаҙнанан түләнәсәк

.

Спорт ҡорамалдары, инвентарь һәм экипировка Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография“ милли проектының (национальный проект “Демография“) “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проектына ярашлы алынасаҡ.

Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, спорт мәктәптәрен ҡайтанан йыһазландырыу республикала былтырҙан алып бара, үткән йылда ла 15,3 миллион һумлыҡ ҡорамалдар алынған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: