Ауыл уттары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
24 Апрель , 08:00

Колледждарҙа Берҙәм асыҡ ишектәр көнө үтте

Ул – мәктәптәрҙе, колледждарҙы һәм техникумдарҙы ғына түгел, республиканың алдынғы предприятиеларын да берләштергән сара.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың 51 урта һөнәри белем биреү ойошмаһында Берҙәм асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Ул – мәктәптәрҙе, колледждарҙы һәм техникумдарҙы ғына түгел, республиканың алдынғы предприятиеларын да берләштергән сара. Мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары талап ителгән эшсе һөнәрҙәр, практик йүнәлешле белем биреү программалары һәм ҙур компанияларға эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында белә алды.

- «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында профессиональ белем биреү ойошмалары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проект иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирә. Берҙәм асыҡ ишектәр көнө - уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә төрлө һөнәрҙәр буйынса белем биреү сифатын үҙ күҙҙәре менән күреү һәм «профессияға эске яҡтан ҡарау мөмкинлеге» ул, - тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: