Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
1 Май 2024, 03:00

Йылайыр үҙәк район дауаханаһына яңы кольпоскоп алынды

Район дауаханаһына заманса ҡорамал алыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект ”Здравоохранение”) “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тормошҡа ашырылған. 

Йылайыр үҙәк район дауаханаһына яңы кольпоскоп алындыЙылайыр үҙәк район дауаханаһына яңы кольпоскоп алынды
Йылайыр үҙәк район дауаханаһына яңы кольпоскоп алынды

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Йылайыр үҙәк район дауаханаһына гинекологик ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа мөһим инструменттарҙың береһе — яңы кольпоскоп килтерелгән.

Район дауаханаһына заманса ҡорамал алыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект ”Здравоохранение”) “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Программаның маҡсаты - медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен арттырыу.

З.ҺИҘИӘТОВА фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас