Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
2 Май 2024, 03:00

Был сирҙәрҙән үлем осраҡтары - иң күбе

"Кардиология һәм кардиохирургия - проблемаға бер ҡараш” темаһына ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Был сирҙәрҙән үлем осраҡтары - иң күбеБыл сирҙәрҙән үлем осраҡтары - иң күбе
Был сирҙәрҙән үлем осраҡтары - иң күбе

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Кардиология һәм кардиохирургия - проблемаға бер ҡараш” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үткән.

Сара кардиология өлкәһе белгестәрен, республика медицина учреждениеларының баш табиптарын, интерндарҙы, ординаторҙарҙы, практик табип-кардиологтарҙы, кардиохирургтарҙы, терапевтарҙы берләштергән.

Төрлө төбәктәрҙән, республиканан 500-гә яҡын ҡатнашыусы онлайн һәм офлайн форматта кардиология, рентгенэндоваскуляр һәм кардиохирургияла юғары технологиялы диагностика, дауалау ысулдары өлкәһендә алдынғы фәнни белеме, ғәмәли тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.

Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков сығыш яһаған. Үҙенең сығышында ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары патологияһын дауалауҙың яңы медицина технологиялары һәм хирургик дауалау ысулдары үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын билдәләгән.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-04-30/byl-sir-r-n-lem-osra-tary-i-k-be-3748402  

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас