Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
2 Май 2024, 06:26

Төркиә менән бәйләнеш үҫә

Быйыл үҙ-ара сауҙа әйләнеше артҡан.

Быйыл ғинуар айының һөҙөмтәләре буйынса, үткән йылдың тәүге айы менән сағыштырғанда Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа әйләнеше 83,6 процентҡа артҡан. Был иһә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) өлгәшелде, тип хәбәр итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

- Ыңғай динамика экспорт күрһәткесендә сағыла. 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республиканан Төркиәгә экспорт поставкалары күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда 123,2 процентҡа артҡан. Ә быйылғы ғинуар күрһәткестәре буйынса ике тапҡырға күбәйгән. Экспорт буйынса хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре – химия, нефть химияһы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, металлургия, агросәнәғәт комплексы тауарҙары, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас