Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Май 2024, 03:00

Башҡортостан эшҡыуарҙары вебинарҙа ҡатнаша

Унда сит илгә продукция оҙатыу тураһында һүҙ барасаҡ. Унда сит илгә продукция оҙатыу тураһында һүҙ барасаҡ.

Быйыл тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте алып барыу үҙенсәлектәренә арналған консультацияла ҡатнашыусылар рәтендә Башҡортостан эшҡыуарҙары ла бар. Был саралар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

Сарала заманса шарттарҙа логистик ҡарарҙарға бәйле мәсьәләләр, экспорт өсөн кәрәкле документтар исемлеге ҡаралып, үткән йыл һөҙөмтәләре һәм ағымдағы йылға ниәттәр тикшерелә. Спикер ролендә таможня эшләү, халыҡ-ара йөк ташыу, эшҡыуарҙарға юридик ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе компаниялар төркөмдәренә нигеҙ һалыусы Людмила Теселкина сығыш яһай.

-Быйыл ғинуар-февраль айҙарында 2023 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда ҙур үҫеш Башҡортостандан Үзбәкстанға һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспортта күҙәтелә. Вебинар яңы эш башлаған һәм тәжрибәле экспортерҙарға сит илгә тауар оҙатыу өлкәһендә үҙҙәренең белемдәрен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас