Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
27 Май , 08:00

Тағы ла дүрт ойошма өҫтәлде

Эндокринология – кешенең эндокрин системаһын өйрәнеүсе һәм дауалаусы, медицинаның йәш һәм йылдам үҫешеүсе тармағы.

2024 йылдың ғинуарынан март айына тиклем балалар эндокринологияһы буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алған медицина ойошмаларына тәү тапҡыр лицензия алған йәнә дүрт ойошма өҫтәлде.

–Эндокринология – кешенең эндокрин системаһын өйрәнеүсе һәм дауалаусы, медицинаның йәш һәм йылдам үҫешеүсе тармағы,– ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Уның әйтеүенсә, хәҙерге заман медицинаһы эндокрин системаһын өйрәнеүҙең киң инструменталь һәм лаборатор ысулдарына эйә. Уның иҫәбенә магнит-резонанс һәм компьютер томографияһы, ультратауыш тикшереүе, денситометрия, радиоизотоп сканлау, ҡанды биохимик тикшереү инә. Медицина ойошмаларына лицензияларҙы рәсмиләштереүҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге белгестәре ярҙамға килә. Хәҙерге ваҡытта тәүге тапҡыр лицензия алыу өсөн 15 көн ваҡыт етә, ә ҡабаттан рәсмиләштереү өсөн – бары 10 көн.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: