+18 °С
Дождь
Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәгендә 780 грамм булып тыуған сабыйға яңы ҡорамал ярҙамында беренсе операция яһағандар. Табиптар сабыйҙы ҡотҡарып ҡалған һәм һау-сәләмәт йәшәү мөмкинлеген биргән.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында беҙ үпкәне яһалма елләтеү өсөн өс аппарат һәм наркоз-тын алыу аппаратын алдыҡ. Яңы ҡорамал менән беренсе операцияны яһаныҡ та инде», — тип белдерҙеләр медицина үҙәгендә.