Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
4 Июнь , 09:00

Эште иртәрәк тамамлаясаҡтар

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Комаров урамы билдәләнгән ваҡыттан бер ай алдараҡ ремонтланып бөтәсәк. Подрядсы ойошма объектты 2024 йылдың июнь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.

Урау урамдан Яңы урамға тиклемге 280 метр оҙонлоҡтағы участкала юлсылар бордюрҙар ҡуйған һәм юл япмаһының тигеҙләүсе ҡатламын түшәй башлаған. Бынан һуң асфальт-бетон япманы яңыртыу, термопластиктан тамға төшөрөү күҙаллана.

– Был урамды ремонтлау йыл әйләнәһенә балалар шөғөлләнгән “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт комплексына имен йөрөргә мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Был урамды ремонтлауға быйыл 10,1 миллион һум йүнәлтелә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: