Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
5 Июнь , 08:00

Унынсы сабыйҙары донъяға килде

Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова Башҡортостан Башлығы исеменән ғаиләгә сәй сервизы тапшырҙы. Ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында унынсы сабыйын ҡулына алған әсәне тантаналы шарттарҙа өйөнә оҙаттылар.

Хәҙер Асет Яҡуп ҡыҙының һәм Әсхәп Муса улының биш улы һәм биш ҡыҙы бар. Иң өлкәндәренә 15 йәш, туғыҙынсы балалары ни бары йәш ярымлыҡ! Уҡыусы балалар 115-се гимназияла белем ала, спорт менән әүҙем шөғөлләнә, призлы урындар яулай.

Ғаиләләге бөтә балалар ҙа ошо клиникала донъяға килгән. “Тәү тапҡыр килгәнемдә лә мине бик яҡшы ҡаршыланылар, өйҙәге кеүек хис итәм үҙемде”, – ти әсә.

Әсәгә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова исеменән ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙылар. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова Башҡортостан Башлығы исеменән ғаиләгә сәй сервизы тапшырҙы. Ғаиләгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: