Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Июнь , 09:00

Туристар өсөн уңайлыҡтар арта

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, проекттың дөйөм суммаһы 4,5 миллион һум тәшкил итә.

2023-2024 йылдарҙа Башҡортостан туризм өлкәһендә инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү өсөн федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум аҡса алған, шуларҙың бер миллиард һумы самаһы кемпингтар һәм глэмпингтар булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

– Туристик тармаҡты үҫтереү өсөн төбәктә яңы инфраструктура объекттарын индерергә кәрәк. 2024 йылға 50-нән ашыу объект асыу планлаштырыла. Был номерҙар фондын 600 берәмеккә арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

53 хупланған инвестиция проекттарының береһе булып шәхси эшҡыуар Динар Ишмөхәмәтовтың проекты тора. Динар Ишмөхәмәтов конкурс һөҙөмтәләре буйынса модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға 1,5 миллион һум күләмендә субсидия алған. Инвесторҙың үҙенең аҡсаһы өс миллион һум тәшкил итә.

– Былтыр глэмпинг төҙөү идеяһы барлыҡҡа килде. Хәҙерге заманда бындай йорттарға туристар тарафынан ихтыяж ҙур, тип уйлайым. Субсидия алыу өсөн районыбыҙҙың бизнес-шәрифе Эльвира Мирғәсимоваға мөрәжәғәт иттем. Ул кәңәш бирҙе, документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам итте. Дәүләт ярҙамын тәүге тапҡыр алдым һәм проектымды тормошҡа ашырҙым, – ти объект хужаһы шәхси эшҡыуар Динар Ишмөхәмәтов.

Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: