Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
7 Июнь , 08:00

Тәүге ете төбәк иҫәбендәбеҙ

Башҡортостан милли проекттың һанлы платформаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса тәүге ете төбәк иҫәбенә инде.

Бизнесты һанлаштырыу платформаһы 3000 предприятиены үҙ эсенә ала. Уның эксперттары бизнесҡа предприятиены бушлай һанлаштырырға, йәғни һанлы трансформация иҫәбенә етештереүсәнлекте арттырыу потенциалын билдәләргә һәм комплекслы IТ-эшләнмәләр индерергә ярҙам итә.

- Милли проект ватан сәнәғәт һәм инженер программа тәъминәтен арзанайта, предприятие хеҙмәткәрҙәренең һирәк осраған IT-компетенцияларына бәйлелеген кәметә һәм һанлы ҡарарҙар индереү ваҡытын ҡыҫҡарта, – ти БР Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, төбәктә төрлө өлкәләрҙә һанлаштырыуҙы ғәмәлгә индереү буйынса комплекслы эш алып барыла.

- Предприятиеларҙа производство процестарын һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, улар иҫәбендә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыусылар ҙа бар. Предприятиелар эшендә заманса һанлы ҡарарҙарға күсеү етештереү күләмен арттырыуға һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Төбәкте «һанлаштырыу» буйынса эш планлы алып барыла һәм күп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, былтыр беҙ инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы механизмын - инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһын башланыҡ. Ул биш төп йүнәлеште үҙ эсенә ала, улар араһында инвестиция циклын һанлаштырыу ҙа бар, – ти Рөстәм Моратов.

БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һүҙҙәренсә, кадрҙар етмәгәндә роботлаштырыу һәм һанлаштырыу – предприятиеның персоналға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү ысулдарының береһе.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: