Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Июнь , 08:00

“Лада”, “Нива” һәм“Ларгус” ярҙамға килде

Яңы автомобилдәр табиптарҙың эшен еңеләйтәсәк.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин үҙәк район дауаханаһына алты автомобиль алынды. Өс “Лада”, ике “Нива Трэвел” һәм “Ларгус” халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ышаныслы.ярҙамсы буласаҡ.

Улар насар юлдарҙы ла еңел үтә, техник хеҙмәтләндереүҙә лә уңайлы.

– Яңы транспорт район халҡына кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүҙә ҡулланыласаҡ. Дарыуҙар килтереү, биологик материалдарҙы лабораторияларға алып барып еткереү бурыстарын да үтәйәсәк. Диспансерлаштырыу үткәреүҙә лә ярҙам итәсәк. Яңы автомобилдәр табиптарҙың эшен еңеләйтәсәк, халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, – тип билдәләне Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов.

–Көнөнә тиҫтәләгән километр юл үтәбеҙ.Машина бик уңайлы һәм йәтеш, пациенттарҙан да гел рәхмәт һүҙҙәре ишетәм, – ти водитель Александр Переведенцев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: